Әлиә Исҡужина - тыуған еребеҙҙең айырым бер биҙәге. Мин уның ижади сәнғәт юлын һоҡланып күҙәтеп барам. <Атайсал - кесе тыуған яҡ> сараһында уның сығышы үҙе бер бүләк булды.
Әлиә башҡорт халыҡ йырҙарын иҫ киткес башҡарған кеүек, операларҙы ла оҫта башҡҡара. Ул төрлө конкурстарҙа ла йыш ҡатнаша. Операның бишеге Италияла халыҡ-ара вокалистар конкурсында Гран- при ла яулағайны. Опера менән мауығып китеүе хаҡында бына нимә тип һөйләй ул:
– Вокалдан тәүге уҡытыусым Джон Мусинға ҙур рәхмәт белдерәм. Остазым классик сәнғәткә һөйөү уятты, уның нескәлектәрен асты. Атайҙарса ғәжәп хәстәрлекле кеше булды ул. Иртән дәрескә килгәс, иң тәүҙә, тамағың туҡмы, ашаныңмы, тип һорар ине. “Юҡ” тиһәң, бар ашап кил, ас килеш йырлап булмай”, – тип ҡайтарып ебәрә торғайны Өйҙә телевизорҙан концерт ҡарап ултырғанда Әлфиә Кәримованың башҡарыуында Александр Алябьевтың “Һандуғас” романсын иҫем китеп тыңлағаным хәтерҙә. Ошонан һуң операға баш көллө ғашиҡ булдым. Һуңынан был йырсы менән ҡыҙыҡһына башланым. Баҡтиһәң, Әлфиәне ле, бер туған Асҡар һәм Ильдар Абдразаҡовтарҙы ла Миләүшә Мортазина уҡытҡан. Уларҙың ижадын, башҡарыу техникаһын оҡшатып, шуға ла колледждан һуң ошо йүнәлештә үҫергә теләнем.