Мәҙәниәт
13 Апрель 2023, 11:30

"Ағиҙел" юбилейын туйланы

Сарала яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, депутаттар һәм мәҙәниәт вәкилдәре ҡатнашты...

"Ағиҙел" юбилейын туйланы"Ағиҙел" юбилейын туйланы
"Ағиҙел" юбилейын туйланы

12 апрелдә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Ағиҙел" журналы үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Сарала яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, депутаттар һәм мәҙәниәт вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова һәм башҡалар ҡотлау һүҙҙәрен әйтте.

Урал Килсенбаев ата-әсәһенең «Ағиҙел» журналын һәр саҡ алдырып, яратып уҡыуын, ә үҙенең яңы һанды, айырыуса балалар һәм йәштәр өсөн ҡушымталарҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алыуын иҫенә төшөрҙө. Бер нисә йылдан һуң «Аҡбуҙат» һәм «Шоңҡар» журналдары үҙаллы нәшер ителә башлай. Ул шулай уҡ редакция хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына, журнал авторҙарына һәм уҡыусыларына республика етәксеһе Радий Хәбировтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе.

«Ағиҙел» журналының 100 йыллығы менән ихлас ҡотлайым! Баҫмағыҙ тәүге һандарҙан уҡ нәфис һүҙҙең ҡәҙерен белеүселәрҙең рухи маяғына, әҙиптәр өсөн абруйлы трибунаға, Башҡортостандың мәҙәни тормошоноң йылъяҙмаһына әүерелде. Бөгөн «Ағиҙел» журналы милли мәҙәниәтте һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, яҙыусыларыбыҙҙың иң яҡшы әҫәрҙәре менән таныштыра, йәш алмаш әҙерләргә ярҙам итә. Журналдың исеме тәрән символик мәғәнәгә эйә. Ағиҙел йылғаһы Урал тауҙарынан башланған йылғаларҙы берләштерә һәм Волганы — Рәсәйҙең бөйөк йылғаһын туйындыра. «Ағиҙел» журналы ла илебеҙ халыҡтарының күп милләтле әҙәбиәтен байыта. «Ағиҙел» коллективына һәм авторҙарына яңы ижади уңыштар теләйем!» — тиелә ҡотлау телеграммаһында.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас