Йәйғорҙоң ете төҫө ("Каждый охотник желает знать, где сидит фазан")
Билал мәктәбендә шаулап-гөрләп башланғыс кластарҙың аҙналығы үтте. Йәйғорҙоң ете төҫөндә балҡыны шәп аҙналыҡ.
Беренсе көн "Ҡурсаҡтар байрамы"н Илүзә Нурислам ҡыҙы башлап ебәрҙе. Был көндә ҡыҙыл төҫтәр өҫтөнлөк итте. Беренселәр - "тере матрешкалар" ҡурсаҡтары менән бейене, шиғыр һөйләне, бишек йырҙары башҡарҙы, "Шалҡан" әкиәтен сәхнәләштерҙе. Кисә аҙағында ҡыҙҙар өсөн ҡурсаҡтар парады үтте һәм иң ҙур, иң бәләкәй ҡурсаҡ билдәләнде. Аҙнаның башҡа көндәрендә үткән төрлө тематик саралар йәйғорҙоң ҡалған төҫтәренә мансылды.
Икенсе көн - һары һәм оранжевый төҫтәр көнө булды. Интеллектуаль уйын "Йондоҙло сәғәт"те Эльмира Морат ҡыҙы үткәрҙе. Уҡыусылар үҙҙәрен һәр төрлө яҡтан белемдәрен һынап ҡараны. Ниндәй генә һорауҙа ла юғалып ҡалманы, тапҡыр яуаптарын әйтеп таң ҡалдырҙы! Афарин!
Өсөнсө көн йәшел төҫкә өҫтөнлөк бирелде. Тап шул көндө балаларҙың яратҡан уйыны "Күңелле старттар"ҙы физкультура уҡытыусыһы Арсен Арслан улы үткәрҙе. Уйын бик көсөргәнешле һәм ҡыҙыҡлы үтте ????
Дүртенсе көн йәйғорҙоң күк, ҙәңгәр төҫө булды. Был көндә балаларҙы "Әкиәт иленә" сәйәхәткә Флүрә Рафаэль ҡыҙы алып барҙы. Өс команда ағзалары тапҡыр һорауҙарға яуап эҙләне, ребустар, йомаҡтар систе, мозаика төҙөнө, әкиәт геройҙарын иҫкә төшөрҙө. Һәр яуапҡа "тәмле жетон" - кәнфиттәр эләкте. Сәйәхәт балаларҙың күңеленә хуш килде.
Бишенсе көн - шәмәхә (фиолетовый) төҫтәр булды. Рәшиҙә Ғәфүр ҡыҙы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы матур йөкмәткеле "Һаҡ бул, йәйәүле!" тигән уйын уткәрҙе. Уҡыусылар йәйәүлеләрҙең юлда йөрөү ҡағиҙәләрен ныҡлап өйрәнде, исемдәрен, һүрәтләнешен хәтерҙә ҡалдырҙы, уларҙы боҙорға ярамағанлығын төшөндө.Сара файҙалы үтте. Уҡыусылар юл ҡағиҙәләрен боҙмаҫ тип ышанабыҙ.
Аҙнаның алтынсы көндә йәйғорҙоң бөтә төҫтәре лә бергә тупланды. Ул көндә беренселәр былтыр ғына үҙҙәре йөрөгән балалар баҡсаһында йөрөүсе кескәйҙәргә "Шалҡан", "Айыу менән төлкө", "Ете кәҙә бәрәстәре", "Ҡуян менән төлкө" әкиәттәрен сәхнәләштерҙе. Кескәйҙәр ағай-апайҙары ҡуйған әкиәттәрҙе ихлас ҡарап һөйөндө.
Йәйғорҙоң ете төҫөнә мансылған сағыу аҙналыҡ ысын мәғәнәһендә байрам төҫө алды. Уҡыусыларҙың күңеленә уҡытыусылары йәйғор күпере һала алды. Афарин!
Райхана Булатова,
китапханасы.