Йыл да Сибай ҡалаһында үтеп килгән "Әйләнә, орсоҡ, әйләнә" конкурсына тағы ла барып ҡайттыҡ әле. Күрше Сибай ҡалаһында ғына булған йәмле сарала башҡаларға ҡарап тәжрибә туплағы, үҙебеҙҙе күрһәтеп, оҫталыҡты арттырғы, ҙур сәхнәлә йырлап төшкө килде. Конкурстың төп маҡсаты - юғалып барған йолаларҙы тергеҙеү, тергеҙгәнде тирә яҡтан күберәк конкурсанттар йыйып халыҡҡа ҡайтарыу. Йәмғеһе алты команда йыйылып, таныштырып, икешәр конкурсант йөн тетеп, иләп, сиратып, аяҡлап, йомғаҡлап ярышҡансы, фольклор төркөмдәр бик эстәлекле концерт номерҙары күрһәттеләр.Үҙебеҙҙең адресҡа бик күп йылы һүҙҙәр ишетеп, ансамблдең матур репертуарҙан торған йырҙарына ғашиҡ итеп, бауыр аҫтына ел үткәреп, шатланып матур бер көндө үткәрҙек. Иҫтәлекле бүләктәргә ҡыуанып, бағымсыбыҙ Гөлназ Азатова әҙерләгән буҙалар һәм татлы емешле ҡороттарҙы ауыҙ итер өсөн шул кистә үк ифтар мәжлесенә йыйылдыҡ. Бына шулай, йәшәй белһәң донъя матур. Эшкә лә, ашҡа ла дәртләнеп, ең һыҙғанып йәшәргә тырышып ятҡан көн. "Татлыбай уңғандары" командаһына, эш урындарындағы ҡытыршылыҡтарҙы хәл итеп, фатихә менан оҙатҡан етәкселәргә, ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемгә ҙур рәхмәт, бар эштәрегеҙ ҙә уң булһын.
Ләйсән Әхмәҙуллина,
Татлыбай ауылы клубының мәҙәни саралар ойоштороусыһы.