Мәҙәниәт
6 Апрель 2023, 03:35

Йомаштарҙың уңған ҡатын-ҡыҙҙары...

"Оҫта ҡулдар" түңәрәгенә йыйылды. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Йомаш ауылы клубында "Оҫта ҡулдар" түңәрәге даими эшләп килә. Кисә тағы ла йыйылып алдыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҡыш буйына эшләгән ҡул эштәрен күрһәтте. "Ағинәйҙәр"ойошмаһы ағзаһы Нәйлә Йәнбирҙина буй юрғандарҙың ниндәй генәләрен эшләмәгән икән! Кеймәгән кейемдәргә яңы һулыш һалып, бик матур кәрәкле ултырғыс түшәктәре лә теккәндәр. Ғәшүрә Түвәнәева ырғаҡ менән бәйләү оҫтаһы, күҙҙең яуын алып торған төрлө төҫтарҙән матурлыҡ тыуҙырып, төрлө түшәктәр бәйләй. Венера Барлыбаева ҡул машинаһын алып килеп ҡатындарға оҫталыҡ дәресе күрһәтте."Ҡоҙоҡ" тип аталған орнаментлы ҡорама эшләүҙең бер төрөн ҡыҙыҡһынып өйрәндек.
Афарин ҡатын-ҡыҙҙар, эштәрегеҙ гел шулай уң булһын, тағы ла яңы эштәрегеҙҙе күреп, ҡыуанырға яҙһын!

Гөлсинә Солтангәрәева,

Йомаш ауылы клубы мәҙәни саралар ойоштороусыһы.

Йомаштарҙың уңған ҡатын-ҡыҙҙары...
Йомаштарҙың уңған ҡатын-ҡыҙҙары...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас