Ишмырҙа ауылы мәҙәниәт йортонда "Баҡсасыға мең дә бер кәңәш" исемле бик файҙалы сара утте. Унда ауыл почта булексәһе ҡыҙҙары Рәйсә Иҙрис ҡыҙы һам Рәмзилә Мурзагулова төрлө-төрлө орлоҡтар, торфлы ҡара тупраҡ һ.б. һатырға алып сыҡты. Ауылда бына итеп гөрләтеп баҡса үҫтереп, шунан мул уңыш, эшенән күңел күтәренкелеге һәм бәрәкәт алған Рәйфа Бикәстан ҡыҙы, Зөлфиә Тимербулат кыҙы, Нәзирә апай, Регинаның нисек помидорҙы уңышлы итеп үҫтерергә кәрәклеге хаҡында кәңәштәрен тыңланык. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алдыҡ. Мәҫәлән, виноград, еләктәрҙе нисек уҫтерерга, помидорҙы нисек ашларға, ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға һ.б.куп төрлө кәңәштәр бирелде. Ләлә Тәлғәт кыҙы китап выставкаһы менән таныштырҙы. Ошондай файҙалы сараларҙы йышыраҡ уткәрергә, ә киләһе аҙнаға "Себеште көҙ һанайҙар" исемле тагын бик кәрәкле сара уҙғарырға һөйләштек әле.
Гүзәл Ғөбәйҙуллина,
Ишмырҙа ауылы мәҙәни саралар ойоштороусыһы.