Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәниәт
3 Апрель 2023, 10:32

"Ете мөғжизә"нең төп биҙәге - Баймаҡта!

Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар халыҡ ансамбле йәнә еңеүҙәре менән ҡыуандыра. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Баймаҡ ҡалаһының Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар халыҡ ансамбле йәнә еңеүҙәре менән ҡыуандыра.
Белорет районында үткән Талип Латыпов һәм Абдулғәфи Хәлфетдинов исемендәге "Ете мөғжизә" республика ҡурайсылар конкурсынан беҙҙең ансамбль I дәрәжәләге лауреат дипломы менән ҡайтты. Ансамбль ветераны Риф ағай Ҡәйепҡолов иһә ГРАН-ПРИ яулаған. 
Шулай уҡ йәш ҡурайсылар ҙа уңыштары менән һөйөндөрә. Ғәзим Иҫәнбаев, Ильяс Хәлилов "Халыҡ йолаларын һаҡлаған өсөн" номинацияһы, Батыр Дәүләтшин ҡатнашыусы дипломы менән бүләкләнгән.

Барыһында, айырыуса коллективты ойоштороп, төрлө бәйгеләргә алып йөрөүсе ансамбль етәксеһе Илнур  Аслаевты яулаған ҡаҙаныштары менән ихлас йөрәктән ҡотлайбыҙ. Бәрәкәтле, имен тормош, ныҡлы сәләмәтлек, бейек үрҙәр, яңы еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ!
Һеҙ беҙҙең ғорурлығыбыҙ! 

"Ете мөғжизә"нең төп биҙәге - Баймаҡта!
"Ете мөғжизә"нең төп биҙәге - Баймаҡта!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас