Мәҙәниәт
29 Март 2023, 12:28

Күгиҙелдә - "Алтын тирмә"

Бөгөн Күгиҙел ауылы китапханаһында "Балалар китабы аҙналығына" арналған “Алтын тирмә” интеллектуаль уйыны үткәрелде.Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Бөгөн Күгиҙел ауылы китапханаһында "Балалар китабы аҙналығына" арналған “Алтын тирмә” интеллектуаль уйыны үткәрелде. Балалар өсөн яҙылған киң билдәле авторҙарҙың китаптарынан торған китап күргәҙмәһе менән танышҡандан һуң, "Урал батыр" эпосындағы ваҡиғаларҙы, Башҡортостандың батыр яугирҙарын һәм танылған шәхестәрен белеүҙе маҡсат итеп ҡуйған уйында, каникулда булған уҡыусыларҙан торған "Салауат" һәм "Шайморатов" командалары ҡатнашты.
“Алтын тирмә” уйыны старт алды. Әйтергә кәрәк, командалар был сараға бик яуаплы әҙерләнгән булып сыҡты, ярыш бик йәнле, мауыҡтырғыс барҙы. Командалар “Кем сосораҡ?”, “Кем етеҙерәк? һәм "Эҙлә.Уйла.Тап" турҙарында көс һынашты. Ҡыҙыу уйында "Шайморатов" командаһы - 29 тәңкә, “Салауат" командаһы – 42 тәңкә йыйҙылар. Шулай итеп, "Салауат" командаһының еңеүе менән тамамланды.

Күңелдәрҙе дәртләндергән һәм рухландырған, халҡыбыҙҙың тарихына, арҙаҡлы шәхестәренә, патриотик тәрбиә биргән был сара кәрәкле һәм файҙалы тамаша булыуы менән айырылып торҙо.
Әлиә Дауытбаева,
Күгиҙел ауылы китапханасыһы.
Күгиҙелдә - "Алтын тирмә"
Күгиҙелдә - "Алтын тирмә"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас