Мәҙәниәт
27 Март 2023, 12:02

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Бала тыуа – доньяға яңы кеше килә. Һәр бала үҙ өлөшө, үҙ бәхете менән тыуа тигән ололар. Ата – әсә , бала – бауыр ите, тип көтөп алған балаһын ҡәҙерләп, һөйөп уға оҙон ғүмер, бәхет теләп исем ҡушҡан. Бала бәләкәйҙән үҙ исеменең мәғәнәһен белеп, яратып үҫһә, ул балала үҙенең милләтенә ҡарата ғорурлыҡ хисе уяна.Тап ошо маҡсат менән Күгиҙел мәктәбе уҡыусылары өсөн
“Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?” исемле китапхана дәресе үткәрелде. Саф башҡорт исемдәрен йөрөткән был ҡыҙҙар һәм малайҙар, һәр ҡайһыһы үҙ исемдәре, мәғәнәһе тураһында китаптан таныштылар . Бик йөкмәткеле дәрестән уҡыусылар үҙ исемдәренә ҡарата яратыу, ғорурлыҡ хисе тойоп, бик ҡәнәғәт таралыштылар.
Әлиә Дауытбаева,
китапханасы.
Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?
Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас