+24 °С
Ямғыр
Ишмырҙа ауылында китап уҡырға яратыусы дуҫтарыбыҙҙы сираттағы "Китапхана өйгә килә" акцияһы сиктәрендә хеҙмәтләндереү ойошторолдо. Һәр уҡыусыға мәғлүмәтте еткереү, уларҙы яратҡан шөғөлдәренән айырмау маҡсатында, китап уҡырға теләге булып та, әммә ләкин сәләмәтлектәре буйынса,
йәғни китапханаға йөрөй алмаған оло йәштәгеләрҙе "Китапхана өйгә килә" акцияһы сиктәрендә хеҙмәтләндереү ҡаралған. Улар яңы матбуғат баҫмалары менән танышып үҙҙәренә оҡшаған әҙәби китаптарҙы һайлап алып, ҡыуанып тороп ҡалдылар. Китап уҡыу ул, тик файҙаға ғына, хәтер яҡшыра. Китап уҡырға яратыусы дуҫтарыбыҙ, һау-сәләмәт булығыҙ, һәр саҡ беҙҙең менән ҡалығыҙ!!! Ил - йортобоҙ имен, тыныс булһын!!!
Лилиә Тләүсина,
китапханасы.