Мәҙәниәт
22 Март 2023, 06:56

"Илһам шишмәләре"

Темәс мәҙәниәт йортонда Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған "Илһам шишмәләре" тип исемләнгән кисә үтте...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Темәс мәҙәниәт йортонда Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған "Илһам шишмәләре" тип исемләнгән кисә үтте.
Темәс ауыл модель китапханаһы “Уҡытыусы,яҙыусы,ҡот тотоусы,тыуған ере,ғәзиз илендә”исемле проект менән эш алып барыла.Шул маҡсат менән
кисәгә ауылыбыҙҙың ҡәләм тирбәтеүсе мәғәриф ветераны, РФ мәғәриф отличнигы,Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы”Атайсал”клубы рәйесе Валеев С.Ғ, мәғәриф ветераны Өмөтбаева Зөбәйлә Фәйзи ҡыҙы ,”Ағинәй”,”Ғылмияза “фольклор клубы ағзаһы ,мәғәриф ветераны Ҡотлоғәләмова Гөлнара Кәрим ҡыҙы,башҡорт теле уҡытыусыһы Мусина Таңсулпан Әмир ҡыҙы,тарих уҡытыусыһы Ғумеров Ильнур Мөхәмәт улы саҡырылды.Улар үҙҙәре ижад иткән һәм күңелдәренә хуш килгән , тәбиғәткә һөйөү , һуғыш йылдарында ҡатын-ҡыҙҙың иңенә төшкән ауырлыҡ та, ни өсөн тормошта ғәҙелһеҙлектең күп булыуы ла,ауырлыҡтарға ҡарамай юҡ тип әйтмәйенсә алға тик алға атларға һәм тормоштоң матурлығын күрә белеп дуҫ,татыу йәшәүгә өндәүсе шиғырҙар ҙа яңғыраны.Кисәлә ололар, 2 –се,5-се класс уҡыусылары етәксеһе Шахморатова Зәбирә Әғзәм ҡыҙы,Руфинә Нух ҡыҙы,мәктәп китапханасыһы Әбсәләмова Эльвира Әғләм ҡыҙы ҡатнаштылар. Шиғыр һөйөүселәргә,яҙыусыларға,ҡатнашыусыларға оло рәхмәтемде белдерәм .
Күңелегеҙҙә илһамлы ижад ҡомары һүрелмәһен,шундай онотолмаҫлыҡ минуттар бүләк иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт.Беҙ ошондай матурлыҡҡа,әҙәбиәткә ғашиҡ кешеләр менән аралашыуыбыҙға бик шатбыҙ.Һеҙҙең яулар үрҙәрегеҙ тағы ла бейегерәк, еңеүҙәрегеҙ сағыуыраҡ булһын! Уңыштар һеҙгә!

Минзәлә Әүәлбаева,

китапханасы.

 

"Илһам шишмәләре"
"Илһам шишмәләре"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас