+24 °С
Ямғыр


Башҡортостандың иҫтәлекле урындары — Рәсәй почтаһы, Ростуризм һәм Рус география йәмғиәтенең илебеҙҙең билдәле урындары тураһында коллекция серияһының асылмаларында.
Беҙҙең республика тураһындағы асылмаларҙа Йүрүҙән йылғаһы, Ирәкташ, «Башҡортостан» милли паркы, Айғыр ҡаялары һәм Иҙрис мәмерйәһе һүрәтләнгән.
Коллекцияла Рус география йәмғиәтенең йыл һайын уҙғарылып килгән «Иң матур ил» фотоконкурсы архивтарынан иң яҡшы эштәр тупланған.
Асылмалар ҙа бер стилдә эшләнгән һәм Рәсәй төбәктәренең күркәм тәбиғәте төшөрөлгән фотоколлекция йыйырға теләгәндәр өсөн бик уңайлы. Проект 2021 йылда башланды.