Милләтем биҙәктәре - ауылымдың йөҙөк ҡашы -"Яҙгөлдәр "!
#Айыҡауыл2022
#Трезвоесело2022
#Сәләмәтауыл2022
#Здоровоесело2022
#БаймакскийрайонСтарыйСибай
#БаймаҡрайоныИҫкеСибай
#ВсемирныйКурултайБашкир
#БөтәДонъяБашҡорттарыҠоролтайы
#ФСГОРБ#ГрантыРБ
#Туғантелкөнө
#деньродногогоязыка
#СулпыларСтарыйСибай
#ИсмагиловаВенераМуллаәхмәтҡыҙы
#ҒайсароваЛәйсәнСәлихҡыҙы
Проет реализуется на грант Главы Республики Башкортостан при поддержке Фонда содействия гражданскому обществу Республики Башкортостан"
Халыҡ -ара туған телдәр көнөндә баҡсабыҙҙың" Йәйғор" төркөмөнә ауылыбыҙҙың "Яҙгөл" халыҡ фольклор-бейеү ансамбле инәйҙәрен һәм беҙҙең балалар баҡсаһында оҙаҡ йылдар тәрбиәсе булып эшләп киткән, ошо ансамблдең солистары, ветерандарыбыҙ Руфина Лотфулла ҡыҙын һәм Әлфиә Ғәббәс ҡыҙын халыҡ ижады серҙәренә балаларҙы өйрәтергә саҡырҙыҡ. Улар балаларға башҡорттарҙың көнкүреше, ғаилә традициялары, байрамдар, башҡорт милли кейеме үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, халыҡ йырҙарын башҡарҙы, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр әйтте. Көмөш тәңкәләре сыңлап торған милли кейемдәрҙәге "Яҙгөлдәрҙе " төрлө сараларҙа ҡунаҡ ҡаршылауҙа, конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә, концерттарҙа, телевидение тапшырыуҙарында, хәйриә акцияларында, түңәрәк өҫтәлдәрҙә һәм халыҡ йыйындарында осратырға була, уларға ҡарап, һоҡланмау мөмкин түгел! Милли кейем һәр ҡатын-ҡыҙға ла килешә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул.Башҡорт телебеҙ мәңге йәшәһен өсөн, туған телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, башҡорт милли кейемдәребеҙҙе өйрәнәйек, ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ, балаларыбыҙға ҡалдырайыҡ тигән маҡсат менән үтте был осрашыу. Беҙҙең балалар баҡсаһына ваҡыттарын йәлләмәй килгән инәйҙәребеҙгә оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ -ҡыуаныстарға бай аяҙ көндәр,оҙон ғүмер,балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең изгелектәрен күреп,уларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Гөлшат Тулыбаев,
Иҫке Сибай ауылы балалар баҡсаһы.