+24 °С
Ямғыр
Билалдар "Китаптарҙа тарих һаҡлана" исемле сара үткәреп, яҙыусылар көнөн билдәләне.
Бөгөн - Бөтә донъя яҙыусылар көнө. Ошо уңайҙан үткән китапхана дәресенә IX класс уҡыусылары етәкселәре Миләүшә Мансур ҡыҙы менән бергә килде. Беҙҙең китапханала бик күп яҙыусылар, шағирҙар, хәбәрселәр, журналистар менән осрашыуҙар йыш үтә. Улар менән осрашыу иҫтәлеге булып авторграфлы китаптары һаҡлана. Бөгөнгө дәрестә автографлы китаптарға байҡау яһап, һәр яҙыусы менән ҡайтанан осрашҡандай булдыҡ.
Райхана Булатова,
Билал ауылы китапханасыһы.