+24 °С
Ямғыр
Әлеге ваҡытта Иҫке Сибайҙа данлыҡлы Сибай сәсән ерендә "Сәсәндәр бәйгеһе" уҙа. Унда Урал аръяғының төрлө райондарынан килгән 20 сәсән көс һынаша. "Шәфәҡ" ағинәйҙәре был сараны йөкмәткеле күргәҙмә менән биҙәй. Ул ҡунаҡтарға ла, үҫеп килгән быуын өсөн дә әһәмиәтле, файҙалы. Балалар халҡыбыҙҙың сәсәндәрҙә әйтелгән көн-күреште ошонда уҡ танып-белергә өйрәнә. Ҡунаҡтарҙа аяҡ кейеме - сарыҡ, янсыҡтар ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Күргәҙмәгә шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәүестәре - селтәр, ҡашмау, алмиҙәү һәм башҡалар тәҡдим ителде.
Илүзә Йосопова,
Иҫке Сибай ауылының "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе.