Мәҙәниәт
1 Март 2023, 06:58

Афарин, тип әйтәйек һаҡмарҙарға!

Һөйөнсө! Ауыл халыҡ театрҙарының Республика фестивалендә "Иң яҡшы һәүәҫкәр актер" номинацияһы яҡташыбыҙ Наил Ғәйетбаевтың "Аты барҙың- дәрте бар" спектаклендә Ҡотлобай ролен башҡарған өсөн Рәил Хәсәновҡа тапшырылды. Еңеүсе фестивалдең Дипломы, иҫтәлекле бүләк һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Тимербулат Ғөбәйҙулла улы Имашевтың тыуыуына 115 йыл тулыуға арналған фестивалдең статуэткаһы менән бүләкләнде. Ниғәмәт ауылының "Һаҡмар" халыҡ театры коллективы театр сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Бөтә Донъя башҡорттарының махсус Дипломына һәм иҫтәлекле бүләгенә лайыҡ булды. Афарин, һаҡмарҙар! Ысын күңелдән ҡотлап, ижади уңыштар теләйбеҙ!

Афарин, тип әйтәйек һаҡмарҙарға!Афарин, тип әйтәйек һаҡмарҙарға!
Афарин, тип әйтәйек һаҡмарҙарға!

Һөйөнсө! Ауыл халыҡ театрҙарының Республика фестивалендә "Иң яҡшы һәүәҫкәр актер" номинацияһы яҡташыбыҙ Наил Ғәйетбаевтың "Аты барҙың- дәрте бар" спектаклендә Ҡотлобай ролен башҡарған өсөн Рәил Хәсәновҡа тапшырылды. Еңеүсе фестивалдең Дипломы, иҫтәлекле бүләк һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Тимербулат Ғөбәйҙулла улы Имашевтың тыуыуына 115 йыл тулыуға арналған фестивалдең статуэткаһы менән бүләкләнде.

Ниғәмәт ауылының "Һаҡмар" халыҡ театры коллективы театр сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Бөтә Донъя башҡорттарының махсус Дипломына һәм иҫтәлекле бүләгенә лайыҡ булды.

Афарин, һаҡмарҙар! Ысын күңелдән ҡотлап, ижади уңыштар теләйбеҙ!

Рәүилә Хәсәнова. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас