

Бишбүләк районыныда РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Тимербулат Ғөбәйҙулла улы Имашевтың тыуыуына 115 йыл тулыуға арнап "Театр.Ижад.Талант" тип аталған ауыл үҙешмәкәр театрҙар фестиваленең йомғаҡлау этабы бара. Унда Тәтешле, Учалы, Бишбүләк, Краснокама, Ҡырмыҫҡалы , шулай уҡ Пермь өлкәһенән килгән халыҡ театрҙары менән бер рәттән, Урал аръяғы райондарынан Баймаҡ районының Ниғәмәт ауыл клубы янындағы "Һаҡмар" халыҡ театры сығыш яһай. Яҡташтарыбыҙ абруйлы жюри алдында Наил Ғәйетбаевтың "Аты барҙың -дәрте бар "комедияһын күрһәтте. Тамашасылар, жюри ағзалары комедияны бик ихлас ҡабул итте.
Ролдәрҙе башҡарҙылар- Ҡотлобай - Рәил Хәсәнов; Һатыбал- Ишдәүләт Сәфиуллин; Зәкирйән - Илфат Йәмлихин; Балбикә- Фәрзәнә Мөхәмәтшина;
Шәмсебикә-Фәнүрә Ғәббәсова; Октябрина-Гөлбикә Кейекбаева;
Спектаклдең режиссеры- Азамат Ишйәров.
Бөгөн фестивалдең икенсе көнө. Унда жюри рәйесе, башҡорт театр сәнғәтенең мэтрҙары - РФ халыҡ артисы. БР халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Әхтәм Әбүшахманов тар оҫталыҡ дәрестере күрһәтәсәк, аҙаҡ фестивалде ябыу һәм бүләкләү тантанаһы үтәсәк. Бынан тыш һәр театр тамашасылар өсөн концерт менән сығыш яһаясаҡ.
"Һаҡмар" халыҡ театры артсы Рәил Хәсәнов Назар Нәжминең "Гармунсы дуҫ" спектакленән өҙөк башҡарасаҡ.
Яҡташтарыбыҙға уңыштар теләйек!!!
Рауилә Хәсәнова.