

Ниғәмәт мәҙәниәт йортоноң "Һаҡмар" халыҡ театры иң яҡшыларҙың береһе!
Азамат Ишйәров етәкләгән "Һаҡмар" театры "Театр. Ижад. Талант" фестиваленең төбәк этабында еңеп сыҡты. Әйткәндәй, фестиваль РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Тимербулат Имашевтың тыуыуына 115 йыл булыу айҡанды үткәрелде.
Фестивалдең финалы Бишбүләк районында үтә. Бында республиканың иң яҡшы тип танылған 11 ауыл театры йыйыласаҡ. Ике көн дауам иткән сарала Ауырғаҙы, Баймаҡ, Учалы, Өфө, Дыуан, Краснокама, Ҡырмыҫҡалы, Бишбүләк, Тәтешле райондарынан, шулай уҡ күрше Перм крайынан һәм Татарстан республикаһынан театр коллективтары сығыш яһаясаҡ.
Фестивалд рус, башҡорт, татар телдәрендә спектаклдәр күрһәтелеүе көтөлә. Һәүәҫкәр коллективтарҙың эштәрен РФ һәм БР халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты, М.Ғафури исемендәге драма театры актеры Хөрмәтулла Үтәшев етәкселегендәге абруйлы жюри баһалаясаҡ.
"Һаҡмар"ҙарға уңыштар теләйек!