Мәҙәниәт
18 Февраль 2023, 03:15

ҠЫШ

Ынйы ҡыш, аҡыҡ ҡыш, Мәрйен ҡыш, аҫыл ҡыш, Бәхеткә бәхет ҡуш, Өмөткә өмөт ҡуш!

ҠЫШҠЫШ
ҠЫШ

Ҡыш

Ынйы ҡыш, аҡыҡ ҡыш,

Мәрйен ҡыш, аҫыл ҡыш,

Байрамдар байрамы -

Ҡар иле – бөгөн тыш.

 

Сәселһен сәсемә

Сәсмәүең, ҡашмауың,

Илеңдә – мин килен,

Бөгөн – һыу башлауым.

 

Тәңкәңде һин һип, һип

Йылыуың төбөнә,

Ырыҫҡа юра ла,

Һин күңелем түренә!

 

Ергә лә, кешегә лә

Һин тәңкәң, яғылт һин,

Бар донъя, бар ғаләм

Тик аҡ нур сағылтһын!

 

Ынйы ҡыш, аҡыҡ ҡыш,

Мәрйен ҡыш, аҫыл ҡыш,

Бәхеткә бәхет ҡуш,

Өмөткә өмөт ҡуш!

 

Рәмзилә Хисаметдинова.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас