Мәҙәниәт
13 Февраль 2023, 11:25

“Беҙгә был йырҙы оноторға ярамай”

Йыр фестивале “Һалдатҡа ярҙам” акцияһы менән бергә ойошторолған ине. Фестиваль барышында ҡуйылған ҡумтаға кем күпме булдыра алған хәтлем аҡса төшөрҙө. Һөҙөмтәлә был көндө 15 мең һум аҡса йыйылды. Был суммаға яугирҙәребеҙгә кәрәкле әйберҙәр һатып алынасаҡ. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында ишбирҙеләр әленән-әле ылау оҙата. Бөгөн ауыл биләмәһенә ҡараған бөтә ауылдар ҙа маскировка сеткаһы әҙерләгән. Йылы ойоҡтар, бейәләйҙәр бәйләнгән. Элеге ваҡытта тәмле-татлы ризыҡ туплайҙар...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Рәсәй халҡын туҡтатырлыҡ, теҙләндерерлек ниндәй көс бар? Юҡ, әлбиттә. Ниндәй генә ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар килеп тыумаһын, улар бергә тупланып, дәррәү күтәрелеп сыға. Ә юлдаш һәм моңдаш итеп һәр ваҡыт йырҙы һайлайҙар. Ишбирҙе ауылында үткән йыр фестивале быны тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Был көндө урындағы клуб сәхнәһенән патриотик йырҙар яңғыраны. Һәр кемдең күңел түренән сыҡҡан моң эскә һыймай, тышҡа урғылды, күккә олғашты...

“Беҙгә был йырҙы оноторға ярамай” исеме аҫтында уҙған патриотик йыр фестивалендә Ишбирҙе, Бөрйәнйылға, Йылым, Крепостной Йылайыр, Йомаш, Сәйғәфәр, Йомаш, Ишмырҙа ауылдарынан йыр-моң һөйөүселәр ҡатнашты. Алға китеп шуны әйтергә кәрәк, сара юғары кимәлдә, бер тында уҙҙы. Ойоштороусыларҙың ҡуйған маҡсаты тулыһынса үтәлде. Гөлшат Иҫәндәүләтова етәкселегендәге Ишбирҙе ауыл биләмәһе хакимиәте, Сәлим Иҫәндәүләтов рәйеслегендәге урындағы башҡорттар ҡоролтайы, Ләйсән Дәүләтбирҙина ҡарамағындағы мәктәп коллективы, мәҙәни саралар ойоштороусы Зәбирә Халиҡова, китапханасы Гөлфиә Тләүсина уның өсөн бар тырышлығын һәм көсөн һалған.

Фестивалде ҡулдарына Рәсәй флагы тотҡан мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары “Вперед, Россия!” йыры менән башлап, сараға баштан уҡ патриотик төҫ бирҙе. Йырҙа йырланғанса, ысынлап та, “Рәсәй һүҙендә – ут һәм көс, Рәсәй һүҙендә - Бөйөк Еңеү байрағы!” Улар йырҙарында илебеҙҙә йәшәгән төрлө милләттәр дуҫлығы быуаттарға барып тоташыуын, уларҙы еңер көс юҡ икәнлеген күрһәтте.

Ишбирҙенән Камила Хәйризаманова, Рәсимә Назарова, Йомаштан Гөлсинә Солтангәрәева, Зөлфиә Тимербулатова, Шәһиҙә Барлыбаева, Ишмырҙанан Сәкинә Рәхимова, Йылымдан Нәжиә Ишдәүләтова, Сәйғәфәрҙән Лена Алсынбаеваларҙың яңғыҙ башҡарыуындағы патриотик рух менән һуғарылған йырҙарға залда ултырыусылар ҙа ҡушылып, берҙәм күтәреп алды.

Быйыл 15 февралдә Афғанстан Республикаһынан совет ғәскәрҙәрендә сығарылыуға 34 йыл тулды. Ишбирҙе ауылынан унда өс ир-егет ҡатнашҡан: Фәнил Хәсәнов, Морат Иҫәндәүләтов, Азамат Вәлиев. Фәнил Хәсәнов та моңло йырҙары менән күптәрҙең һөйөүен яулап өлгөргән ине. Ине, сөнки күптән түгел генә элекке яугиребеҙ мәңгелек донъяның ишеген асып инде. Уның бер туған ҡустыһы Йәмил Хәсәнов ағаһының яҡты иҫтәлегенә бағышлап ул яратып башҡарған “Афғанстан” йырын ишеттерҙе. Һуңынан ул тормош юлдашы Файза Далха ҡыҙы менән бергә “Ҡайтыу” йырын башҡарҙы. Нәйлә менән Сәлим Иҫәндәүләтовтар ҙа моңдо юлдаш итеп йәшәгән ғаиләләрҙең береһе. Улар башҡарған йырҙар тыуған илгә һөйөү, Ватаныңды яҡлауға саҡырыу ораны булып яңғыраны. Яраттан Юлиә Мырҙабулатова менән Разифа Иҫәндәүләтовалар башҡарған йырҙы ла тамашасы бик яратып ҡабул итте.

Фестивалдә фольклор ансамблдәренең сығышы айырым урын биләне. Ишмырҙа ауылының “Ярангөл”, “Әхирәттәр” ансамблдәренең театрлаштырылған тамашаһын халыҡ яратып ҡабул итте. Йырҙарҙың эстәлеген күрһәтеп бирергә өлгәшкән ишмырҙаларҙың сығышы йөрәк түрендә оҙаҡ һаҡланыр. Йомаш, Сәйғәфәр, Йылым, Бөрйәнйылға, Крепостной Йылайыр, Ярат ауылдарының ансамблдәренең патриотик рух өҫтәгән йырҙары күңел күтәренкелеге бирҙе. Ә ишбирҙеләрҙең сығыштары һуң?! Уларҙың рус һәм башҡорт телдәрендә башҡарған йырҙарҙың барыһы ла Тыуған илгә һөйөүҙе, яугирҙәрҙең ҡаһарманлығын, батырлығын сағылдырҙы. Халыҡ тарихында булып үткән иң һынылышлы осорҙар, быуындар күңелендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған оло ваҡиғалар моң дарьяһы булып яңғыраны. Ишбирҙе районда иң моңло ауылдарҙың береһе һанала. Бында бер нисә ансамбль тупланған. “Хәтирә”, “Миләш”, Дарман”, “Фатиха” ансамблдәренең күптән инде үҙ тамашасылары бар”, - тине халыҡ ижади үҙәге методисы Сулпан Ирназарова.

Йыр фестивале “Һалдатҡа ярҙам” акцияһы менән бергә ойошторолған ине. Фестиваль барышында ҡуйылған ҡумтаға кем күпме булдыра алған хәтлем аҡса төшөрҙө. Һөҙөмтәлә был көндө 15 мең һум аҡса йыйылды. Был суммаға яугирҙәребеҙгә кәрәкле әйберҙәр һатып алынасаҡ. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында ишбирҙеләр әленән-әле ылау оҙата. Бөгөн ауыл биләмәһенә ҡараған бөтә ауылдар ҙа маскировка сеткаһы әҙерләгән. Йылы ойоҡтар, бейәләйҙәр бәйләнгән. Элеге ваҡытта тәмле-татлы ризыҡ туплайҙар.

Кеше күңелен йыуатҡан, дәртләндергән, көс өҫтәгән йыр фестивале бер тынала үтеп тә китте. Ҡатнашыусыларҙың сығыштары “Мин яратам һине, Рәсәй, яратам һине, тыуған ерем”, “Бөгөн дә беҙ һуғышты хәтерләйбеҙ”, “Ватан нимәнән башлана?”, “Шундай һөнәр бар – Ватанды һаҡлау” номинацияларында билдәләнде. Уларға Почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Йыр фестивален уҙғарыуҙа бағыусылар Зөмәрә һәм уның улы Нурбулат Халиҡовтар, Рәмил Иҫәндәүләтов, Йәмил Әхмәров, Зәбирә Халиҡова, Мөнир Дәүләткилдин, Лилиә һәм Илүзә Юнысовалар ярҙам күрһәтте.

- Патриотик айлыҡ сиктәрендә йыл һайын февраль айында “Зарница” уйыны, спорт ярыштары, осрашыуҙар уҙғара инек, - тине Ишбирҙе ауыл биләмәһе башлығы Гөлшат Иҫәндәүләтова. - Быйыл иһә ул айырым көн үҙәгенә алынған. Махсус хәрби операцияла беҙҙең ауылдан да ир-егеттәр ҡатнаша. Уларға даими матди ярҙам күрһәтәбеҙ. Посылка әҙерләүҙә бөтә ауыл халҡы ҡатнаша. Килеп сыҡҡан хәл-ваҡиға беҙҙе тағы ла бергә тупланы. Беҙҙең ниәтебеҙ - изге, маҡсатыбыҙ – бер.

Фестиваль махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың иҫән-һау йөрөп ҡайтыуҙарына изге теләктәр әйтеп, уларҙың гимнына әйләнгән “Кейек ҡаҙҙар” йыры менән тамамланды. Камила Хәйризаманова башҡарыуындағы был йырҙы бөтә зал аяғүрә баҫып тыңланы...

“Беҙгә был йырҙы оноторға ярамай”
“Беҙгә был йырҙы оноторға ярамай”
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас