"Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" тигән изге акцияһына Күгиҙел башланғыс мәктәбе уҡыусылары, балалар баҡсаһы кескәйҙәре, китапханасы һәм мәктәп коллективы әүҙем ҡушылды.
Иң тәүгеләрҙән булып балалар бөгөнгө көндә ил һаҡлаусы яҡташтарыбыҙға иң кәрәкле әйбер май шәмдәрең(горилка) әҙерләнеләр. Улар шулай уҡ изге теләктәр яҙылған хаттар һәм үҙҙәреңэшләгән һүрәттәр һалып һалдаттарға именлек теләнеләр.
- Хөрмәтле ауылдаштарыма һәм мәктәп коллективына, уҡыусы һәм кескәй балаларға оло рәхмәт белдерәм. Үҙегеҙҙең күҙ нурҙарын түгеп, изге теләктәрегеҙҙе әйтеп бәйләгән маскировка селтарҙәре һәм май шәмдәре бөгөнгө көндә ил һаҡлаусы ире-егетәребеҙҙең һаҡлаусы пәрҙәһе булһын, беҙҙең күңел яҡтылығы уларға май шәмдәр аша барып етһен - тигән рәхмәт һүҙҙәре менән өндәште башланғыс кластар уҡытыусыһы Әнисә Әғзәм ҡыҙы.
- Балалар баҡсаһы кескәйҙәре өсөн ошондай тематик, патриотик дәрестәр йыш үтеп тора. Шиғырҙар уҡып, йөкмәткеһенә һүрәттәр эшләп, төрлө иҫтәлекле даталар аша кескәйҙәрҙең йөрәгенә һалдаттарыбыҙ батырлығын еткерергә тырышабыҙ- ти тәрбиәсе Айгөл Рәфҡәт ҡыҙы. Шулай уҡ ул балаларға үҙенең бер туған ҡустыһы, СВО һалдаты Илдус Рәфҡәт улы тураһында һөйләп үтте.
Балаларға патриотик тәрбиә биреү, тыуған илгә һөйөү һәм ихтирам уятыу кесе йәштән башланырға тейешлеген беҙ яҡшы аңлайбыҙ. Һәм ошо йүнәлештә даими эштәр башҡарып торабыҙ.
Әлиә Дауытбаева,
Күгиҙел ауылы китапханысыһы.