Мәҙәниәт
24 Ғинуар 2023, 04:15

"Эх быймаһы, бейәләйе!"

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Йомаш ауылында" Эх быймаһы, бейәләйе" тип исемләнгән байрам булып үтте.
Байрамды биҙәп, матур, йылы быйма-бейәләйҙәрен кейеп, ауылыбыҙҙың һәр яҡтан уңған ҡатын-ҡыҙҙары йыйылышты.
Быймалар элек-электән үҙе йылы, уңайлы, файҙалы аяҡ кейеме һанала. Уны бер ниндәй ҙә башҡа аяҡ кейеме алыштыра алмай. Шулай уҡ, дебеттән, йөндән бәйләнгән бейәләйҙәрҙе маҡтап, данлап был сара бик фәһемле файҙалы үтте.
Әлибай урамы ҡатындары биҙәп алып килгән быйма-бейәләйҙәрен маҡтап, таҡмаҡтар йырланылар. "Серҙәштәр"ансамбле ҡыҙҙары быйма-бейәләйҙәренә исемдәр ҡушып, данланылар.
Һәр яҡтан уңған, башланғыс кластар уҡытыусыһы Сәриә Әсҡәт ҡыҙы Аҡбулатова уҡыусылары менән килеп, бар йыйлыусыларҙы таң ҡалдырҙы. Үҙе генә белеп, эшләп ҡуймаған, уҡыусыларына ла быйма баҫыу серҙәрен өйрәтеп, эшләгән быймаларын алып килгәндәр. "Эш быймаһы", "Ҡунаҡҡа кейә торғаны", "Ҡурсаҡтар өсөн эшләнгәне" һәм башҡалары бар ине. Шәһиҙә Барлыбаева санаға ултыртып, йомшаҡ уйынсыҡтарға быймалар кейҙереп алып килгән. Римма Рафаил ҡыҙы "Ҡарһылыуҙың толомо" тип бәйләнгән бейәләйен Сәриә Әсҡәт ҡыҙына бүләк итте.
Китапханасы Альбина Шөғәйеп ҡыҙы менән төрлө уйындар уйнаттыҡ. Бейеп, тышта самауыр сәйе эсеп, байрам күңелле тамамланды.
Доньяларыбыҙ тынысланып,байрамдарҙы тағы ла сағыуыраҡ, күңеллерәк итеп үткәреп йәшәргә насип булһын!

Гөлсинә Солтангәрәева,

Йомаш ауылы клубы мәҙәни саралар ойоштороусыһы.

"Эх быймаһы, бейәләйе!"
"Эх быймаһы, бейәләйе!"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас