Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Ғинуар 2023, 18:00

“Яҙмышыбыҙҙы үҙебеҙ теләгәнсә яҙайыҡ...”

Өләсәй тәрбиәһе алып үҫкән балалар икенсе төрлөрәк була. Улар йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе белеп үҫә. Ололарҙы – ололай, кеселәргә итәғәтле була беләләр. Тормошҡа ла башҡасараҡ ҡарайҙар. Ихласлыҡтары, саҡ ҡына бер ҡатлы булыуҙары менән айырылып торалар. Рәзилә Ырыҫҡужинаның да бала сағы ҡартатаһы һәм ҡартәсәһе янында үтә. Күңеленә яҡын булған кешеләренә эйәреп тормошто таный, рифмалар һалырға өйрәнә. Рәзилә менән булған әңгәмәбеҙ тап ошо турала булыр. – “Үҙем тураһында һүҙем”, тигәндәй, үҙең менән гәзит уҡыусыларын таныштырып үт әле? – Мин Йәнйегет ауылында тыуһам да бала сағым атайымдың тыуған ауылы Хәсәндә үтте. Башланғыс мәктәпте Йәнйегет ауылында уҡыным. Тәүге уҡытыусым – Гөлсирә Фазулла ҡыҙы Сирғәлина. Ни өсөн тәүге уҡытыусымды телгә алам, сөнки ғүмеренең һуңғы көндәренәсә ул минең кәңәшсем булып ҡалды.

“Яҙмышыбыҙҙы үҙебеҙ теләгәнсә яҙайыҡ...”
“Яҙмышыбыҙҙы үҙебеҙ теләгәнсә яҙайыҡ...”

Йома ҡунағы

Яҙмышыбыҙҙы үҙебеҙ теләгәнсә яҙайыҡ...”

Өләсәй тәрбиәһе алып үҫкән балалар икенсе төрлөрәк була. Улар йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе белеп үҫә. Ололарҙы – ололай, кеселәргә итәғәтле була беләләр. Тормошҡа ла башҡасараҡ ҡарайҙар. Ихласлыҡтары, саҡ ҡына бер ҡатлы булыуҙары менән айырылып торалар. Рәзилә Ырыҫҡужинаның да бала сағы ҡартатаһы һәм ҡартәсәһе янында үтә. Күңеленә яҡын булған кешеләренә эйәреп тормошто таный, рифмалар һалырға өйрәнә. Рәзилә менән булған әңгәмәбеҙ тап ошо турала булыр.

– “Үҙем тураһында һүҙем”, тигәндәй, үҙең менән гәзит уҡыусыларын таныштырып үт әле?

Мин Йәнйегет ауылында тыуһам да бала сағым атайымдың тыуған ауылы Хәсәндә үтте. Башланғыс мәктәпте Йәнйегет ауылында уҡыным. Тәүге уҡытыусым – Гөлсирә Фазулла ҡыҙы Сирғәлина. Ни өсөн тәүге уҡытыусымды телгә алам, сөнки ғүмеренең һуңғы көндәренәсә ул минең кәңәшсем булып ҡалды.

Сибай интернат-мәктәбендә бер аҙ уҡып алырға тура килде, артабан Сибай педагогия колледжында башланғыс кластар уҡытыусыһы бүлеген тамамланым. Ләкин ул һөнәр буйынса эшләргә насип итмәне, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының журналистика бүлегенә яҙмышым илтте. Хеҙмәт юлын студент йылдарында уҡ Башҡортостан радиоһында башланым. Юғары уҡыу йортон тамамлаған көндә үк мине “Һәнәк” журналына эшкә саҡырҙылар. Унда хаттар, фельетондар бүлектәре мөдире булып ун өс йыл эшләнем. Тап шул йылдарҙа юмористик хикәйәләрем яҙылды. 2011 йылда тәүге китабым “Эй әттәгенәһе!..” сатирик һәм юмористик хикәйәләр йыйынтығы донъя күрҙе. Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында әҙәбиәт бүлеген етәкләйем.

Бала сағың һинең нисек хәтерҙә ҡалған? Ғөмүмән, һин ниндәй бала булдың?

Бала сағым бик бәхетле мәл булып иҫтә ҡалған. Ғаиләлә мин икенсе бала булып донъяға килгәнмен. Ике йәшкә бәләкәй ҡустым тыуғас, мине йыш ҡына ҡартәсәйем менән ҡартатайым үҙҙәренә – Хәсән ауылына алып ҡайталар ине. Шуғалыр, бала саҡ хәтирәләрем тап ошо ауыл, уның халҡы менән бәйле. Ул ваҡытта Хәсән ауылы бәләкәй генә ине. Бер нәҫел кешеләре йәшәгәс, һәр кемеһе һинең инәй-олатайың, апай-ағайың. Иркәләнеп үҫтем. Ҡартәсәйемә эйәреп кенә тормошто таныным. Ҡайһы саҡта бәләкәй генә көйөнсә ололарса аҡыл һатып ҡуя торғайным. Ә ҡартатайым менән рифмалар һала торғайныҡ. Тап шул ваҡытта ул мине шиғыр менән һөйләшергә өйрәткәнен белмәгәндер ҙә әле. Мәктәпкә уҡырға барғас, уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ булдым. Уҡытыусымдың һәр хәрәкәтен, һәр һүҙен ятлап алам да, мәктәптән ҡайтҡас, үҙем уҡытыусыға әйләнә инем. Уҡыусыларым – утындар. Теҙеп ултыртып ҡуям да, “уҡыта” башлайым. Был уйын шул тиклем үҙемә оҡшай ине, шуғалыр, педагогия колледжына уҡырға барҙым. Практика үтергә яраттым, рәхәтләнеп ысын мәктәп балаларына дәрес бирә инем. Нимәһе ҡыҙыҡ, минең дәрестәремдә һәр ваҡыт шиғыр булды. Математикала ла, тәбиғәтте өйрәнеүҙә лә, хатта хеҙмәт дәресендә лә. Шулай тейеш күргәнмендер. Бәлки шулай еңелерәк булғандыр. Колледжды “ҡыҙыл” дипломға тамамланым. Хушлашыу кисәһендә класс етәксем Вилә Солтангилдина, атайым менән әсәйем эргәһендә ултырып, оҙаҡ итеп минең ижади дәрестәрем хаҡында һөйләгән. “Рәзиләне Өфөгә ебәрегеҙ, уға уҡытыусы булырға ярамай. Шағирәгә мәктәптә эшләүе ауырға тура килер”, – ти икән. Юҡ, мин бер ваҡытта ла үҙемде шағирәмен, тигәнем дә юҡ. Әммә шиғриәт яратам. Шиғыр уҡымайса йәшәй алмайым. Хәтерләһәгеҙ, шундай шиғырым да бар:

Мин шағирә түгел. Шиғыр һөйәм,

Шиғри тәмдә минең һыйҙарым.

Күңелкәйем иҙрәп киткән мәлдә

Шиғыр булып тыуа уйҙарым.

Мин шағирә түгел. Әле бына

Шиғыр тәҡдим яһай үҙемә...

Нишләйем һуң, дуҫтар, риза булһам,

Туй ҙа яһарбыҙ, ти, көҙөндә...

Өфөгә юл асылғас, мотлаҡ артист булырмын, тип ҡыуандым. Дүртенсе кластан Рәмилә апай Сәлимгәрәева менән танышмын. Уның да һәр ролен белдем. Ҡараңғыла ғына шуларҙы уйнай инем. Әммә әсәйем был уйҙарымды бүлдереп: “Артист булһаң, ҡайтып йөрөмә”, – тине лә ҡуйҙы. Шулай итеп, бәләкәй саҡтан яҙған мәҡәләремде ҡосаҡлап, журналистикаға уҡырға инеп киттем. Боролоштары бик күп булған, һәр боролошта соҡор-саҡырҙары, зарур эләгеп йығылыр өсөн ташлаған киҫтәндәй таштары булған үҙ аллы тормош юлына шулай килеп эләктем.

Һин йыш ҡына “Һәнәк мәктәбе” тип яҙаһың. Нимә ул?

– “Һәнәк мәктәбе” – ул үҙенә күрә тормош мәктәбе. Шәхсән минең өсөн шулай булды. Журналға эшкә килгәнемдә, редакцияла тик оло, олпат, етди ағайҙар эшләп ултыра ине: Марсель Сәлимов, Фират Хажиев, Мансаф Ғиләжев, Риф Мифтахов. Рәссам Альфред Штабелде лә тап иттем. Һәр береһе ихтирамлы шәхестәр. Мин өҫтәл артына килеп ултырғас, йыш ҡына минең яҡҡа ҡарап: “Был ҡыҙ баланы Марсель нишләп бында алып килеп ултыртты икән? “Йәншишмә” түгел бит бында?! Эй, бахырҡай, нимә генә эшләр икән бында?” – тигәнерәк һорауҙар биргән осраҡтары булғыланы. Мин бирешмәнем. Уларҙың ҡараштарынан да ҡурҡманым. Киреһенсә, архивтағы журналдарҙы сығарам да, элекке һандары менән танышам. Аңламағанды эргәләренә генә барып һорашам. Шулай фельетон яҙып өйрәндем. Хаттарҙы эшкәртә башланым. Үҙемдең генә авторҙарым барлыҡҡа килде. Фельетондарым тикшерелеүгә ебәрелеп, яуаптар килһә, проблемалар хәл ителһә, ҡыуана инем. Фельетондарҙа килтерелгән факттар өсөн яуап тоторға ла тура килде. Тап шул мәлдә һиңә бер кем ярҙам итмәй, сөнки факттарҙы һин үҙең тапҡанһың. Ошо була ла инде “Һәнәк мәктәбе”нең имтиханы. Ул саҡта интернет юҡ ине, мәғлүмәттәрҙе үҙең табаһың. Шул мәлдәрҙә наҙлы ғына тауышым менән ҡаты итеп яуап бирергә өйрәндем. Бик еңел бирелмәне, әммә мин дөрөҫлөктө яҡларға, үҙ һүҙемдә ныҡ торорға барыбер өйрәнә алдым. Был сифаттар һиндә урын алған икән, мәңгегә шунда тороп ҡала.

Әммә тормошта икенсерәк тә ҡаршылыҡтар булғылай. Тик бер нәмә лә осраҡлы түгел. Шулай ҙа шатлыҡты ла, күңелһеҙ мәлдәрҙе лә яфаланмайса үткәрмәйем. Үҙ-үҙемде һаҡлап ҡалыр өсөн эшкә әүрәйем. Йыш ҡына бәйләм алам, үҙемсә, яйһыҙ уйҙарҙы бәйләм күҙҙәре араһында аҙаштырам. Улдарым бар, улар алдында мин көслө әсәй булырға тейеш. Әҙәм балаһы күтәрә алмаҫтайҙы Хоҙай бирмәй, тиҙәр ҙә бит. Беренсе көн генә был донъяла йәшәмәһәм дә, хафаланыуҙарым юҡ түгел. Өрөп килгән түрәнән ҡурҡма, көлөп килгән түрәнән ҡурҡ, әйтеменең дөрөҫлөгө алдында ҡаушап ҡалыуҙарым да булғылай. Тормош ваҡлыҡтарынан өҫтөн була белергә ине лә, тик төрлө хәлдәр була. Әммә йөҙ бысратмайса, кеше булып ҡалыуҙың мөһимлеге ҡиммәт.

Шағирә түгелмен, тиһәң дә, шиғырҙарың бик күп. Халыҡ уларҙы уҡый, йырлай, хатта яттан һөйләп йөрөүселәр ҙә бар...

Шиғыр – ул минең көсөм дә, көсһөҙлөгөм дә, серем һәм әйтер һүҙем дә. Шиғыр – шағирҙың телмәре. Һүҙ көсө лә, ижадсының аҡылы ла, тормошҡа ҡарашы, мөнәсәбәте һәм, әлбиттә, тәбиғәттән бирелгән талантылыр. Ҡайһы ваҡыт уйҙарым шиғри булып китә икән, мин рәхәтлек кисерәм. Улар ниндәй генә булһа ла – минең ижадым.

Тормошома яҙҙай шашып килдең:

Йәнең ярһыу, йөҙөң – ҡояш нуры.

Умырзая булып сәскә атам,

Ошоноһо – шатлыҡтарҙың ҙуры.

Ҡыш буйына туңған йөрәккәйем,

Яйлап ирей һинең ҡараштан.

Тәүгә ғашиҡ булған ҡыҙый һымаҡ

Ҡупшы күренергә тырышам.

Ҡуйыныңа ҡосоп йылмаяһың,

Шыбырҙайһың:”Китмә, бул йырым!”

Ғәйебемде танып, яуаплайым:

Бүтән ташламаҫмын – шиғырым!”

Композиторҙар көйгә һалһа, икеләтә ҡыуаныс, минең шиғырымды йырлайҙар! Хәлил Биктимеров, Азат Исҡужин, Ирек Атанов, Дамир Солтанов, Зөһрә Фәйзуллина, Морат Ғайсиндар көй яҙған йырҙарымды Әлфиә Заһиҙуллина, Нәркәс Сиражитдинова, Илгизә Алсынова, Фәниҙә Атанова, Гөлшат Ғайсина, Венер Камалов һәм башҡалар йырлағанын яратып тыңлайым.

Миңә проза жанры ла яҡын. Сатирик, юмористик хикәйәләрем, балалар өсөн хикәйәләрем республикабыҙҙың гәзит-журналдарында әленән-әле баҫылып тора. 2015 йылда “Күк йөҙөндәй зәңгәр күҙҙәр” повесым Башҡортостан Башлығы Грантының дәртләндереү призына лайыҡ булды.

Балалар өсөн яҙған әкиәттәрең, хикәйәләрең Яңы йыл алдынан ғына “Моң” тип аталған китап булып сыҡты.

Эйе. Ошо яңылығым, ҡыуанысым менән уртаҡлашам. Был китапҡа улдарым менән бергәләп ижад иткән әкиәттәрҙең инеп китеүе минең өсөн ҡәҙерле. Өлкән улым Рафаэль бәләкәй сағынан төрлө күренештәрҙе әкиәт аша аңлай торғайны. Мин уларҙы яҙып барҙым. “Аҡбуҙат” журналында ла баҫылғандары бар. Улдарым үҫә килә әкиәттәр хикәйәгә әйләнә башланы. Был юлы инде улар миңә тема ғына бирәләр ҙә, мин артабан үҫтерәм. Хикәйәләрҙең күбеһе “Аманат” журналында донъя күрҙе. Балалар өсөн яҙыу еңел түгел. Автор балалар һымаҡ фекерләргә, уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары менән йәшәргә тейеш.

Китаптың исеменә килгәндә, уныһы ла бер тарих: бәләкәй улым Данилға биш йәш тирәһе ине, бер мәл күкрәгенә усын ҡуя ла: “Ошо ерем ауырта. Миңә ҡурай кәрәк”, – ти. Арабыҙҙа ҡурай уйнаусы юҡ. Өфөнө бер итеп ҡурай эҙләйбеҙ. Улымдың размерындағыһын таба алмайбыҙ. Бер нисә оҫтаға мөрәжәғәт итеп ҡараныҡ, улай бәләкәй генә ҡурай (улымдың кәүҙәһе лә бәләкәй генә ине ул саҡта) эшләмәйбеҙ, тиҙәр. Атаһы, баланы әүрәтергә гармун алды, гитаралы ла булдыҡ. Юҡ, әүрәмәй. Марий Эл Республикаһында йәшәүсе райондашыбыҙ Муса Нурдәүләтовтың телефон номерҙарын бирҙе ауылдаш еңгәй. Шылтыраттыҡ. Улыбыҙҙың кәүҙә оҙонлоғон әйттек. Бер аҙнанан беҙгә матур ғына ҡумта менән посылка килеп төштө. Шулай итеп, Данилыбыҙ ҡурайлы булды. Уйнап өйрәтеүсе тағы ла үҙ баймағыбыҙ – Юнир Һағынбаев. Рәхәтләнеп уйнай башланы улыбыҙ, күкрәге лә ауыртыуҙан туҡтаны, шуныһы беҙгә мөһим ине.

Өйөбөҙ моңға күмелгән –

Беҙҙең Данил – ҡурайсы.

Күрше инәй, бейейем, ти,

Өҙҙөрөп бер уйнасы!

Әпипә”нән башлағайны,

Дауам итте “Ҡарабай”.

Инәй рәхәтләнеп бейей,

Бер нәмәгә ҡарамай!

Моңландыра, һоҡландыра

Данилыбыҙ ҡурайы.

Шулай уйнап ҡына тора

Сыҡҡан һайын уңайы!

Һуңынан ғына хәтергә төштө: Данилды көткән мәлдә мин ҡолаҡсындар ҡуйып алып, тик ҡурай тыңлай инем. Бөгөн улдарымдың икәүһе лә ҡурай класына, музыкаль мәктәпкә йөрөйҙәр. Уҡытыусылары – үҙебеҙҙең Баймаҡ районы ҡурайсыһы Айҙар Азамат улы Байтимеров.

Моң” тип аталған фантастик хикәйәмде Иҫке Сибай мәктәбе оло сара итеп үткәрҙе. Балалар шул тиклем яратып уҡыуҙарына һоҡландым. Улар хатта хикәйәнең ҡайһы бер урындарын сәхнәлештерҙеләр ҙә. Бына ошондай матур, моңло тарихтан һуң, китап нисек аталырға тейеш икәнлеге күренеп тора! Әйткәндәй, был хикәйәлә тыуған яғымдың тарихи урындарына ла иғтибар бүленгән.

Китап минең яҡташтарыма оҡшар, тип ышанам.

Юморист, шағирә, журналист, яҙыусы. Нескә ҡатын-ҡыҙ эсенә ошолар барыһы нисек һыя?

Барыһының да тәғәйен урыны бар. Барыһын бер ҡаҙанға һалып яңылышҡаным булманы әле. Һинең һанап киткәндәргә тағы әсәй кешене лә өҫтәп ҡуяйыҡ. Ул да ижад. Ысын ижадым иң ауыр жанрҙан – сатира, юморҙан башланғайны, хәтереңдә булһа. Уҡытыусыларыма рәхмәтлемен – Марсель Сәлимов, Фират Хажиев, Рәдиф Тимершин, Риф Мифтахов, Мансаф Ғиләжев, Рәсих Ханнанов... Һәр береһе оло ихтирамға лайыҡ шәхестәр. Уларҙың кемеһелер мине, яҙма, ҡатын-ҡыҙ эше түгел ул, тип сәмләндерә алыуына ла рәхмәтлемен. Мәҡәләләр яҙырға яратам. Әле студент саҡта радиола тапшырыуҙар алып бара торғайным. Йәш авторҙар, йәш артистар тураһындағы тапшырыуым “Умырзая” тип аталды. Минең бер нисә тапшырыуымды тыңлап, Тамара Ғәниева шылтыратты. “Бик матур итеп, һәр геройыңа дөрөҫ һүҙҙәр ҡулланып һөйләйһең, – ти. – Ошо әҙер материалды мәҡәлә итеп яҙып, “Ағиҙел” журналына алып кил”, – тине. Яҙҙым, әммә яҙмам апайға оҡшаманы. Ошонан һуң Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы мине яйлап-яйлап, бик ентекле итеп ысын мәҡәлә яҙырға өйрәтте.

Шәһит Хоҙайбирҙин тормошо, ижады менән ҡыҙыҡһынам. Уның үҙе, ғаиләһе тураһында бик күп мәҡәләләр яҙырға насип итте. 28 йыл ғына йәшәп ҡалған революционер, журналист, Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе, артабан рәйес урынбаҫары, Башҡорт АССР-ының эске эштәр халыҡ комиссары булып эшләгән ҡыйыу фекерле һәм оло йөрәкле дәүләт эшмәкәрҙәребеҙҙең береһе Шәһит Әхмәт улының тормошо, яҙмышы тураһында уйланмау мөмкин түгел. Һөйөклө ҡатыны менән ике йыл ғына бергә йәшәп ҡала, әммә мине иң хайран ҡалдырғаны – уның ҡатынының, Маһруй Шәрип ҡыҙы Хоҙайбирҙинаның һөйгән йәре – Шәһитенә ғүмере буйы тоғро ҡалыуы. Берҙән-бер ҡыҙын – Тамараны (башҡорт балеринаһы, бейеүсе, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы) атаһы исеменә тап төшөрмәҫлек итеп тәрбиәләй алыуы ла оло батырлыҡ. Ошо яҙмыштарҙы өйрәнергә, улар хаҡында яҙырға тейеш булғанмындыр – рәхәтләнеп эшләнем һәм эшемде дауам итәм.

Бөгөн мин мөғжизәле театр тормошон өйрәнәм. Мөғжизә тыуҙыра алыусы артистар ижады, яҙмышы хаҡында мәҡәләләр, очерктар яҙырға яратам. Яҙмышым ошо өлкәгә алып килгәненә рәхмәтлемен.

Кешегә бәхетле булыу өсөн нимә кәрәк?

Бәхетле булыу сере – һәр кемдең үҙенекелер. Иң мөһиме – күңел тыныслығы, именлек-һаулыҡ. Һуңғы йылдарҙа донъябыҙ именлеге тормошобоҙҙа әһәмиәтле, төп күрһәткес икәнлегенә инандыҡ.

Яратҡан миҙгелең ниндәй?

Мин – яҙ ҡыҙы. Яҙ миҙгелен яратам. Бар тереклек уянған мәлдә тормошто матур, саф итеп күрергә тырышабыҙ бит. Минең дә шулай. Бәләкәй сағымдан тәбиғәттә, ауылыбыҙ йәме Улаҡ шишмәһе буйында ҡайындарға һоҡланам, Бишташ тауына күтәреләм. Тау башынан ауылыбыҙҙың бар матурлығы күренә.

Яратҡан ризығың ниндәй?

Бишбармаҡ. Ғаиләм менән бишбармаҡ яратабыҙ. Һәр ваҡыт ул ашты үҙебеҙсә туҫтаҡҡа ауҙарып, өҫтәлдең ҡап уртаһына ултыртып, ҡоротлап ҡына ашайбыҙ.

Гәзит уҡыусыларға әйтер теләктәрең ниндәй булыр?

Һәр көн ҡояш ҡалҡҡанда, яңы көн тыуғанда матур теләктәремде ҡартәсәйем өйрәткәнсә ихласлап, әйтеп теләргә күнгәнмен. Уларҙың тормошҡа ашыуына һис шигем юҡ. Фәрештәләрҙең иртәнсәк бәхет өләшеүенә ышанам. Тап шул теләктәр теләгән мәлдә яҙмышыбыҙ ҙа яҙыла баралыр. Хөрмәтле яҡташтарыма ла шуны теләйем: яҙмышыбыҙҙы үҙебеҙ теләгәнсә яҙайыҡ.

Әңгәмәң өсөн рәхмәт!

Эльмира Кейекҡужина әңгәмәләште.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: