

Еребеҙ таланттарға бик бай. Казанка ауылы егете Алмас Хөсәйенов үҙе генә ни тора! Ниндәй генә йырҙы башҡармаһын – классикамы, халыҡ йырымы, замансаһымы – барыһы ла үҙенә килешә. Тауышы менән күптәрҙе әсир иткән йырсы әле Татарстан Республикаһында йәшәй һәм ижад итә. Әйткәндәй, яҡташыбыҙ ғаиләһе менән берлектә “Беренсе канал” федераль телеканалындағы “Поем на кухне всей страной” телешоуында Башҡортостан Республикаһы данын яҡланы. Шулай уҡ Яңы йыл байрамы уңайынан төшөрөлгән телетапшырыуҙа ла ул ғаиләһе менән сығыш яһаны. Тамашала ул тормош юлдашы Сәлимә, әсәһе Айһылыу һәм әсәһенең бер туған һеңлеләре Айгөл, Алһыу менән берлектә сығыш яһаны. Улар башҡарған “Сибай” башҡорт халыҡ һәм “Не для меня” рус романсы бер-береһенә үрелеп, матур ғына композиция барлыҡҡа килтерҙе.
Алмас Хөсәйенов 1995 йылдың 30 ноябрендә Казанка ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә донъяға килә. Йыр-моңға һөйөү бала саҡтан, ни бары 3 йәшендә башлана. Тап ошо йәшендә уны әсәһе сәхнәгә алып сыға. “Минең олатайым Ғимал Ноғоман улы оҫта ҡурайсы булды, ә өләсәйем Фатиха Ғимал ҡыҙы моңло тауышы менән халыҡ йырҙарын йырлай торғайны. Уларға ҡарап мин дә йырлай башлағанмындыр инде”, – ти популяр йырсы.
Алмасҡа 10 йәш тулғас, әсәһе уны балалар ижады үҙәгенә алып килә. Был өлкәләге тәүге уҡытыусыһы динар Ыласынов уҡыусыһына яңынан-яңы йырҙар өйрәтә, яңы баҫҡысҡа үрләргә этәргес көс бирә. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай башлай. Алмас Казанка ауылындағы 9 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Сибай ҡалаһына юл тота. Сибай сәнғәт колледжына уҡырға инә. Бында ул остазын осрата. Джон Мусин яңы ғына мәктәпте тамамлап килгән үҫмер алдында өр-яңы донъяны аса. “Мин 1-се курсты тамамлауға Джон Әхмәт улы тыуған яғына ҡайтып китте. Ул күрше Татарстан Республикаһынан ине. Күңелемдә лә, асылымда ла ниндәйҙер бушлыҡ килеп тыуған кеүек булды. Шуға оҙаҡ уйлап тормай остазым артынан киттем. Аҡтаныш районының Алабуға колледжы филиалында уҡыуымды дауам иттем. 2014 йылда Әлфиә Афзалова исемендәге фестивалдә еңеү яулағайным, “Ағиҙел” йыр һәм бейеү дәүләт ансамбленә эшкә саҡырҙылар. Бер йылдан тауышым юғала башлаған кеүек тойолдо. Ябай ғына йырҙарҙы ла шул тиклем көсәнеп йырларға тура килде. Оҙаҡ уйлағандан һуң ял итеп алырға булдым. Үҙ теләгем менән әрме хеҙмәтенә киттем. Алыҫ Көнсығышта, Амур өлкәһенең Белогорск ҡалаһында һауа-десант ғәскәрендә хеҙмәт иттем”, – тип хәтерләй был йылдарҙы Алмас Хөсәйенов. Бер йылдан һуң йәш йырсы тағы ла көсәйеп, дәртләнеп ҡайтып төшә. Башында ҡайнаған мең төрлө уйҙар, яңы идеялар уны Башҡортостанға, тыуған еренә алып ҡайта. Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтына уҡырға инә.
Ниндәй генә конкурстарҙа ҡатнашмаһын, һәр саҡ призлы урындар, оло еңеүҙәр яулай ул. Тик бына күрше республикалағы дуҫтарын, уҡытыусыларын юҡһына башлай. Яҡшы контракт та тәҡдим иткәстәр, оҙаҡ уйлап тормай Ҡазан ҡалаһына юллана. 2018 йылдан алып Татарстан Республикаһының Салиха Сәйҙәшева исемендәге Зур концерт залында солист булып эшләй.
Алмас Хөсәйенов йыр сәнғәтенең һәр төрлө жанрында ла башҡорт, татар, рус, француз, итальян, ҡытай, ҡаҙаҡ һ.б. телдәрҙә бик оҫта итеп йырлай. Ҡайһы берәүҙәр уны популяр йырсы Витас менән дә сағыштыра. Талантлы яҡташыбыҙға киләсәктә тағы ла юғарыраҡ үрҙәр, ҙур еңеүҙәр юлдаш булһын!
Эльмира Кейекҡужина.