Мәҙәниәт
1 Ғинуар 2023, 14:40

Таһир Вилүр улы Мәүлитов

Көнсығыш календары буйынса 2023 йыл – Ҡуян йылы. Ҡара Һыу Ҡуяны киләсәк! Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуған “Ҡуян”дар үҙ йылын нисек ҡаршылай икән? Ниндәй мөғжизә көтәләр? Шуларҙы асыҡлау маҡсатында, “Ҡуян”дарға түбәндәге һорауҙарҙы бирҙек.

Көнсығыш календары буйынса 2023 йыл – Ҡуян йылы. Ҡара Һыу Ҡуяны киләсәк! Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуған “Ҡуян”дар үҙ йылын нисек ҡаршылай икән? Ниндәй мөғжизә көтәләр? Шуларҙы асыҡлау маҡсатында, “Ҡуян”дарға түбәндәге һорауҙарҙы бирҙек.

1. Кем ул - “Ҡуян”дар? Башҡа йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарҙан нимәһе менән айырыла?

2. “Ҡуян”дар иртә таң менән уяна, тиҙәр, дөрөҫмө?

3. “Ҡуян”дарҙың ғаиләһе Яңы йылды ниндәй ғөрөф-ғәҙәттәр менән ҡаршы ала?

4. Ниндәй Яңы йыл мажараларына тарығандар?

Таһир Вилүр улы Мәүлитов, Баймаҡ ҡала үҙәк дауаханаһының баш врачы (1987 йылда тыуған):

1. Гороскоп менән яҡындан танышып барам. Тап килгән ерҙәре лә, булмағаны ла бар, әлбиттә. Ләкин иртәнсәк “Юлдаш” радиоһы аша белдергәндәре дөрөҫлөккә тура килә. Һис юғында, 90 проценты тап килә, тип әйтергә була. Шуның өсөн дә “Ҡуян”дарҙың кем икәнлеген аныҡ әйтә алам. Ләкин был осраҡта кешенең ниндәй йондоҙлоҡ аҫтында тыуғанын да иҫәпкә алырға кәрәк. Мин апрель айында тыуғанмын. Шунлыҡтан мин - “Ҡуҙы”. Ә улар – ныҡыш, ҡаратырыш кешеләр, ә “Ҡуян” йылында тыуғанлыҡтан, улар – етеҙ, бик әүҙемдәр. Атлап йөрөй белмәйҙәр. Шунлыҡтан һәр ваҡыт ҡабаланып йәшәй, бар ергә өлгөрөргә тырышалар. Бынан тыш, улар – изге күңелле. Кешегә изгелек эшләй һәм үҙе ҡыуана. “Ҡуян”дар шул уҡ ваҡытта бик хәйләкәр. “Ну, погоди!” әкиәтен генә алып ҡарайыҡ. Ҡуян күп осраҡта Бүрене тишек кәмәгә “ултыртып” китә. Әкиәттәге сюжет буштан ғына алынмағандыр, моғайын.

2. Эйе, беҙҙең көн иртә таң менән башлана. Йоҡлап ятырға яратмайым. Эш сәғәте һигеҙенсе яртыла башлана. Өфөгә барып, төнгө сәғәт 3-4-тәрҙә ҡайтһаҡ та, тейешле ваҡытта эштә ултырам. Ял көндәре генә үҙемде көсләп, семетеп тигәндәй һалып ҡуям. Организмға ла ял кәрәк бит.

3. Яңы йылды йыл да тормош иптәшем Лилиә һәм ҡыҙым Нурия, улым Данияр менән бергә ҡаршылайбыҙ. Дөрөҫ, 30 декабрҙә һәм Яңы йылдың 1 ғинуарында ауылға ҡайтып, ата-әсәйемдәрҙе ҡотлап киләбеҙ. Шул уҡ көндәрҙә ҡәйнәмдәрҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайбыҙ. Йәғни, бер йылдан һуң ҡайтанан осрашабыҙ.

4. Студент булған саҡта, бер йыл Яңы йылда ауылға ҡайтып, ата-әсәйемдәр менән ҡаршыланым. Шул ваҡытта киләһе байрамды Өфөлә ҡаршылаясаҡмын, тип теләнем. Киләһе йылда барыбер ҙә ҡайтырға булып, 29 декабргә билет алдым. Юҡ бит, шул ваҡыт тән температураһы күтәрелеп китте. Ветрянка менән ауырып, изоляторға инеп киттем. Яңғыҙыма күңелһеҙ булды, дуҫтарым телевизор алып килеп ултыртты. Шулай итеп, Яңы йылды Өфөлә, яңғыҙыма ғына ҡаршыларға тура килде. Шул ваҡытта һәр Яңы йылды дуҫтарым, яҡындарым менән ҡаршыларға яҙһын, тигән теләк белдерҙем. Был теләгем дә тормошҡа ашып килә. Хәҙер йыл да Яңы йылды яҡындарым менән бергә ҡаршы алабыҙ. Шуның өсөн дә теләкте лә дөрөҫ итеп теләргә кәрәк.

Таһир Вилүр улы Мәүлитов
Таһир Вилүр улы Мәүлитов
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас