Көнсығыш календары буйынса 2023 йыл – Ҡуян йылы. Ҡара Һыу Ҡуяны киләсәк! Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуған “Ҡуян”дар үҙ йылын нисек ҡаршылай икән? Ниндәй мөғжизә көтәләр? Шуларҙы асыҡлау маҡсатында, “Ҡуян”дарға түбәндәге һорауҙарҙы бирҙек.
1. Кем ул - “Ҡуян”дар? Башҡа йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарҙан нимәһе менән айырыла?
2. “Ҡуян”дар иртә таң менән уяна, тиҙәр, дөрөҫмө?
3. “Ҡуян”дарҙың ғаиләһе Яңы йылды ниндәй ғөрөф-ғәҙәттәр менән ҡаршы ала?
4. Ниндәй Яңы йыл мажараларына тарығандар?
Айгиз Илшат улы Иҙрисов, Ишмырҙа ауылынан (1999 йылда тыуған):
1. “Ҡуян” йылында тыуғандар дәртле, шаян, аҡыллылар. Башҡаларға әйтеп тә тормай, кәрәкле эште башҡарып та ҡуялар. Улар башҡа йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандар менән айрмалы рәүештә, ял итергә лә онотоп, эшләп тик йөрөүҙәре менән айырыла.
2. Юҡ, ҡуяндар иртә торорға яратмай.
3. Яңы йылды өйҙә, ғаиләбеҙ менән ҡаршы алабыҙ. Бергәләп билмән эшләйбеҙ, өйөбөҙҙө биҙәйбеҙ. Теләктәр теләп, бүләктәр әҙерләйбеҙ.
4. Әсәйем ауыл мәҙәниәт йорто директоры булғас, йыл һайын Яңы йыл байрамында Ҡыш бабай ролен башҡарырға тура килә. Йәш кенә булһам да миңә ул саҡта “бабай” тип өндәшәләр. Ҡыҙыҡ. Башҡаларға шатлыҡ өләшеү, күстәнәстәр биреп ҡыуандырыу миңә оҡшай. Был үҙе үк бер мөғжизә.