Мәҙәниәт
28 Декабрь 2022, 13:30

“Дөрөҫ хыялдар һәр саҡ тормошҡа аша”

Баймаҡ ере таланттарға бай. Улар араһында кемдәр генә юҡ: йырсылар ҙа, бейеүселәр ҙә, яҙыусылар ҙа, шағирҙар ҙа...  Үҙ йырҙары менән күптәрҙе әсир иткән Илгиз Абдрахманов сәхнәгә заманса дәртле йырҙары менән килеп инде. Уның башҡарған стилен үҫмерҙәр шунда уҡ үҙ итте. Ижад  юлы башында уҡ, айырыуса ауыл клубтарында, тик уның йыры ғына яңғырай ине. Бер мәл ул сәхнәнән юғалып та алды. Һәм... йәшен кеүек ҡабаттан атылып килеп инде.  Әле яҡташыбыҙ ниндәй пландар менән янып йәшәй? Тап ошо турала булыр әңгәмәбеҙ. 

“Дөрөҫ хыялдар һәр саҡ тормошҡа аша”“Дөрөҫ хыялдар һәр саҡ тормошҡа аша”
“Дөрөҫ хыялдар һәр саҡ тормошҡа аша”

– Илгиз, гәзит уҡыусыларҙы үҙең менән ҡыҫҡаса таныштырып үт әле?

– Мин сығышым менән иң гүзәл төбәктәрҙең береһе булған Ишей ауылынан. 9-сы класҡа Сибай гимназия-интернатына уҡырға барҙым. Бында миңә бер йыл ғына уҡырға насип булды. Артабан ошо уҡ ҡаланың 13-сө мәктәбендә белем алдым. Ҡулыма аттестат алғас, Өфө ҡалаһына юлландым. Бер йыл эсендә тәүге альбомымды сығарҙым. Унан Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетын тамамланым. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Психология” факультетында ла уҡып алдым.

– Ата-әсәйең биргән тәрбиә тормошоңда ниндәй роль уйнаны?

– Төп ролде, тиһәң дә була. Тәүге ауаз һалғандан алып ана шул ата-әсәй тәрбиәһе башлана бит ул! Айырылып ҡырға сығып киткәнсе тап уларға ҡарап йәшәйһең.  Әсәйем мәктәптә уҡытыусы булып эшләне. Биология менән химиянан уҡытты. Атайым леспромхозда начальник ине. Өлгөлө ғаилә булдыҡ, тиергә лә мөмкин. Миңә ғүмер бүләк иткән, ошондай атай-әсәй биргән өсөн Аллаһы Тәғәләгә мең рәхмәтлемен.

– Улай булғас һине, өлгөлө ғаиләнең өлгөлө улы, тип әйтергә булалыр?

– Юҡ. Бала саҡта миңә  ниңәлер тәртипһеҙ, боҙоҡ малайҙар оҡшай ине. Улар миңә идеал булып күренде (көлә). 5-се класта уҡығанда тәмәке менән мауыға башланым. Бының өсөн әсәйемдең мине сыбыҡ менән һыҙырғаны ла булды. “Һин ниңәлер тап шундай тәртипһеҙ, тәмәкесе малайҙар менән дуҫлаштың. Әй, йәнем көйә торғайны”, – тип әле лә хәтергә ала.

– Бала саҡ хәтирәләрең менән уртаҡлаш әле? 

– Бала сағым Ишейҙә үтте. 8-се класты тамамлағас, Сибайға гимназияға килдем. Әсәйемдең мине ебәргеһе килмәне, тағы бер йыл булһа ла яндарында булыуымды теләне. Әммә күңелем ныҡ тартылғанға күрә, инәлеп тигәндәй сығып киттем. Һәм юҡҡа булмаған. Тап ошо бер йыл эсендә әле лә дуҫлашып йөрөгән дуҫтарымды таптым. Улар – Айнур Арсланов, Даян Түләшев, Тимур Вәлитов (элекке “Зиндан” төркөмө йырсыһы). Мин 9-сы класты тамамлағанда, улар 11-ҙе бөтөп, Өфөгә  юлланды. Ошо бер йыл эсендә барлыҡ тормошом үҙгәрҙе, тип әйтһәң дә була. Ауылда тик гитара тотоп ҡына йөрөгән егет инем, Сибай гимназияһын яуланым. 10-11-се кластарҙы Сибайҙың 13-сө мәктәбендә уҡып бөттөм. 11-се класты тамамлағас, әсәйемдең Өфө ҡалаһына ебәргеһе килмәне. Сибайҙа ҡалдырырға теләне. Әлеге лә баяғы дуҫтарым килеп уны күндерҙе. Улар минең өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтәренә алды.

– Әсәйең һине кем итеп күрергә теләне? 

– 11-се класты тамамлағас, БДУ-ның Сибай институтына бар, уҡыуыңды “Иҡтисад һәм хоҡуҡ” факультетында дауам ит, тине. Әммә мин тормошомдо йырһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Сәнғәт училищеһының “Вокал” бүлегенә документтарымды тапшырҙым. Инә алманым. “Тауышың ултырғас, бер-ике йылдан килерһең”, – тинеләр. Уларҙың бер-ике йылын көтөп торманым. Продюсер Ғәлинур Юламанов менән осрашып, альбом сығарҙым. Ижадымдың ҡайнап торған мәле. Шулай уҡ Өфө нефть-техник университетына ла документтарымды тапшырғайным. Унда ла инә алманым. Артыҡ теләк тә булманы. Әсәйемә был турала әйтмәнем. Юғиһә, ул  мине ҡабат ҡайтарып алыр өсөн барыһын да эшләр ине. Башҡа студенттар менән каникул мәлдәрендә ҡайтып төшәм, аҙаҡ ҡабат Өфөгә юлланам. 

Шулай ҙа бер йыл үткәс, БДУ-ның филология факультетына ситтән тороп уҡырға уҡырға индем. Ике-өс йыл элек БДПУ-ның “Психология” факультетын ситтән тороп  тамамланым. Ике юғары белемем бар.

– Студент йылдары нисек хәтерҙә ҡалды? 

– Өфөгә килгәс, дуҫтарым менән фатирҙы ҡуртымға алдыҡ. 4-5 йыл шулай егеттәр менән бергә йәшәнек. Ул ваҡыттарҙы хәтергә алһаң... Ныҡ күңелле булды. Гитара  һуғып, йырҙар ижад итә инек. Тимур Вәлитов та миңә йырҙар ижад итеп бирә ине. Шуға күрә танылыу яулауымда Тимурҙың да роле ҙур булды. Бының өсөн уға әле лә рәхмәтлемен. Хәҙер инде йырҙарҙы үҙем яҙам.

– Йырсы булыуға нимә этәрҙе?

– Иҫ инә башлағандан алып йырлайым. Балалар баҡсаһына йөрөгән саҡта уҡ районда үткән һәр төрлө конкурстарҙа ҡатнаша торғайным. Йәштәштәрем араһында гелән 1-се урындарҙы алып йөрөнөм. Мәктәпкә уҡырға барғас та конкурстарҙа ҡатнашыу ҡыуаныс килтерҙе. Сибай интернат-гимназияһында тиҙ генә танылыу яуланым. Ҡалала уҙған сараларҙа ла йырлай инем. Шулай уҡ ғаиләбеҙ менән музыкаль яҡтан һәләтлебеҙ. Әсәйем гармунда уйнай, атайым бейей, баянда уйнай. Илшат ағайым – гармунсы. Өлкән ағайым менән апайым иһә музыканан йыраҡ кешеләр. Улар башҡа юлды һайланы. Илдус ағайым менән еңгәм – эшҡыуарҙар. Икәүләшеп Ишейҙә бына тигән итеп донъя көтәләр.

– Шәхси тормошоң тураһында ла һөйләп үт әле? 

– Бәхет тынлыҡты ярата, тиҙәр. Шуға ла мин шәхси тормошомдо ҙур публикаға сығарырға тырышмайым. Социаль селтәрҙәргә фотолар һалмайым. Мәликә исемле ҡыҙымды ныҡ яратыуымды, әлбиттә, йәшерә алмайым. Ул минең бар тормошом (йылмая).

– Яратып башҡарған йырҙарың ниндәй?

– Мин хәҙер йырҙар ижад иткәс, үҙемдекен күберәк башҡарам. Ошо арала альбом сығарырға йыйынам. Унда күпселеге үҙем ижад иткән йырҙар инде. Шулай уҡ “Темәс” төркөмө йырҙары күңелемә яҡын. Илдар Абдуллин менән осрашып, ул ижад иткән “Йәшлегем” йырын һорап алдым. Яҙҙырып сығарырға йөрөйбөҙ.

– Йыр ижад итеү процесы нисек бара? 

– Ғәҙәттә, яңы йыр ижад иткәс, мин уны ике аҙна буйы үҙем генә тыңлап йөрөйөм. Унан яңы йыр килеп сыға. Уныһын да шулай уҡ ике-өс аҙна ныҡлап тыңлайым. Аҙаҡ ҡабаттан тыңлап йөрөмәйем. Концерттарҙа ғына башҡарам. Йырҙарҙың һүҙҙәренә килгәндә, Даян Теүәлбаев, Айгөл Йәмилева, Тимур Вәлитов шиғырҙарын ҡулланам. Һуңғы арала уныһын да үҙем яҙырға тырышам.

– Яратҡан ризығың ниндәй? 

– Һағынып ҡайтып, әсәйемдең бешергән бишбармағын ашайым. Ресторанда ҡайһы саҡта шәп ашнаҡсыларҙың тәмле аштары осрап ҡуя. Әммә уларҙың береһе лә әсәйемдекенә етмәй. Ҡаҙ, өйрәк итен яратам.

– Яратҡан миҙгелең ниндәй?  

– Мин яҙҙы һәм йәйҙе яратам. Көҙгөһөн, әлбиттә, күп йырҙар ижад ителә. Әллә һағышлы миҙгел булғанғамы икән? Бала саҡтан йәй ял итеп, көҙ уҡырға керешә инек. Шуға ла минең өсөн көҙ – ижад миҙгеле.

– Ижад итеү өсөн көндөң ҡайһы мәле уңайлыраҡ? 

– Элегерәк мин “Иртә торғанға Аллаһы Тәғәлә һый-ниғмәтте мулдан өләшә” тигән мәҡәлгә таянып йәшәй инем. Әммә йылдар уҙыу менән көн режимы ла үҙгәрә. Мин, йырсы булараҡ, эштән һуң бушайым. Концерттар тамамланғанда төнгө сәғәт 12 лә булып китә. Төндә уйлап, йырлап, башҡа эштәр менән булышам. Бер ваҡытта ла  будильник ҡуймайым. Йоҡом туйып килеп торһам, көнөм ныҡ уңышлы үтә. Элек, иртә тормаһам, “һый-ниғәмәттәр” миңә ҡалмаҫ кеүек ине. Ни өсөн шулай иртә  менән йонсоп йөрөгәнмен икән, тип уйлап ҡуям.

– Яратҡан шөғөлөң ниндәй?

– Һуңғы ваҡытта үҙем дә шул турала уйланып йөрөйөм. Тормошто тағы ла нығыраҡ матурайтҡы килә. Төрлөлөк индерергә теләк бар. Эшҡыуарлыҡ менән ҡыҙыҡһына башланым. Ошоноң буйынса яңы йүнәлештә эш башлап торам. Килеп сығыр, тип ышанам. Кем менән аралашыуыңа ҡарап, һинең тормошоң да үҙгәрә. Бер уҡытыусым: “Биш миллиардер менән аралашһаң, алтынсыһы үҙең була алаһың. Әгәр инде биш эскесе менән аралашһаң, алтынсыһы үҙең булыуың ихтимал”, – тине. Был, ысынлап та, шулай. Бер мәл һөйләшкәндә тотлоҡҡан дид-жей менән ете көнлөк гастролгә сыҡтыҡ. Алты көн буйы уның менән аралашҡандан һуң, етенсе көнөнә үҙем дә һиҙмәҫтән тотлоға башланым. Күңелеңә ятмаған кешеләр менән аралашыу бер ниндәй ҙә яҡшылыҡҡа килтермәй. Шуға ла алға барыр өсөн һөҙөмтәләре буйынса үҙеңдән күпкә өҫтөн кеше менән бергә ҡатнашып йәшәргә кәрәк.

– Әгәр йырсы булмаһаң, ниндәй һөнәрҙе һайлар инең? 

– Эшҡыуарлыҡ. Әгәр ҙә йыр менән мауыҡмаһам, бәләкәй саҡтан уҡ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнер инем. Хәҙер беҙ мөмкинлектәр заманында йәшәйбеҙ. Уларҙың икеһен дә бергә алып барып була. Шуға ла, Алла бирһә, бының һуңғыһына күберәк ваҡытымды, энергиямды бүлергә уйлайым.

– Гәзит уҡыусыларға төбәп әйтер теләктәрең, әйтер һүҙҙәрең бармы? 

– Бәләкәй саҡтан хыялланырға кәрәк. Әгәр хыялыңды һәр ваҡыт башыңда уратыпуратып күҙ алдына килтереп йөрөһәң, ҙурайғас ул тормошҡа аша ла ҡуя. Был  ысындан да шулай. Фекерләү ҡеүәтебеҙ Аллаһы Тәғәләнең беҙгә биргән бүләге. Башыбыҙҙа уйлап йөрөгәнде тормошобоҙға тартып алабыҙ. Яҡшы һәм изге уйҙар уйлаһаң, барыһы ла яҡшы була. Мин дә бит Ишейҙә ятҡанда ҡасандыр билдәле йырсы булып китермен, тип хыяллана торғайным. 

Шулай уҡ уйҙарығыҙҙы ауыҙлыҡлап, туғандарығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы һөйөп-яратығыҙ. Ата-әсәйегеҙгә ҡарышмай ғына, ҡаты бәрелмәй генә өндәшегеҙ. Был  айырыуса иркәләнеп кенә үҫкән ҡыҙҙарға ҡағыла. Изге теләктәремде барығыҙға ла юллайым!

– Әңгәмәң өсөн рәхмәт! Барлыҡ изге теләктәреңдең тормошҡа ашыуын теләйем.

Эльмира Кейекҡужина әңгәмәләште.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас