Мәҙәниәт
26 Декабрь 2022, 03:35

"Гармунсы дуҫ"

Ниғәмәт ауылында "Һаҡмар" халыҡ театры күптән инде эшләп килә. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ниғәмәт ауылында "Һаҡмар" халыҡ театры күптән инде эшләп килә. Һәүәҫкәр артистар халыҡҡа әленән-әле яңы тамаша тәҡдим итә. Был юлы улар Назар Нәжмиҙең "Гармунсы дуҫ" драмаһын сәхнәләштерҙе. Режиссер - Азамат Ишйәров. Афзал ролен Рәил Хәсәнов, Гөльямал ролен Земфира Хәсәнова, Ғимран ролен Ишдәүләт Сәфиуллин, Билалды - Илфат Йәмлихин, Айбикәне - Фәрзәнә Мөхәмәтшина, Бибикамалды - Фәнүрә Ғәббәсова, Гөлнур ролен - Гөлбикә Кейекбаева, Әнисәне Нурия Ғатауллина бик оҫта башҡарҙы. Үлемһеҙ "Гармунсы дуҫ"ты бөгөнгө тамашасылар ҙа бик яҡын ҡабул итте. "Һаҡмар"ҙарға рәхмәт әйтеп, яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас