Мәҙәниәт
14 Декабрь 2022, 04:30

"Йәшлегем моңдары"

Йомаш ауылы клубында "Йәшлегем моңдары" тип исемләнгән ретро-йыр конкурсы үтте. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Йомаш ауылы клубында "Йәшлегем моңдары" тип исемләнгән ретро-йыр конкурсы үтте.
Төбәк-ара үткәрелгән йыр бәйгеһенә Ишбирҙе, Ишмырҙа, Йылым, Ярат, Йәрмөхәмәт ауылдарының үҙешмәкәр әртистәре ҡатнашты.
Байрам бик күңелле үтте. Ансамблдәр, дуэттар, яңғыҙ йырсылар йәшлек йылдарына ҡайтып, тамашасыларҙы һоҡландырып, моңландырып бик матур йырҙарын башҡарҙы.
Ансамблдәр араһында Гран-при ишмырҙаларға бирелде. Беренсе урын - ишберҙеләргә, икенсе-йомаштарға, өсөнсө йылымдарға бирелде.
Дуэт йырлаусыларға Грн-при Ишберҙенән килгән Сәлим һәм Нәйлә Иҫәндәүләтовтар яуланы. Икенселекте Ғәзим Биктимеров һәм Гөлсинә Солтангәрәева алды. Өсөнсөгә Ярат йырсылары Әхмәтова Рәзифә һәм Мырҙабулатов Юләгә бирелде.
Яңғыҙ йырлаусылар:Солтанғолов Зөлфиә, Ишдәүлатова Нәжиә, Теләүсина Хибизә, Хәйерзаманова Камила, Биктимеров Ғәзим, Үҙәнбаева Миңзәлә, Иҫәндәүләтова Нәйлә, Акбулатова Луиза, Байегетова Алһыу төрлө номинацияларға эйә булды.
Афариндар! Ҙур рәхмәт ҡатнашыусыларға!
Бәйгене ойоштороуға ярҙам иткән бағыусыларға ҙур рәхмәтемде еткерәм! Улар: Иҫәнов Артур, Иҫәнова Зифа, Иҫәнова-Һабанғолова Йәнбикә, Йомашева Рәсимә, Миннебаева Айгүзәл һәм "Серҙәштәр" вокал ансамбеленә. Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йыр- моңдан илһам алып, бәхетле йәшәргә насип итһен!!

Гөлсинә Солтанғолова, Йомаш ауылы клубының мәҙәни саралар ойоштороусыһы.

"Йәшлегем моңдары"
"Йәшлегем моңдары"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас