Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәниәт
12 Декабрь 2022, 06:32

“Башҡортостаныбыҙҙы бөйөк республика итеп күрһәткем килә...”

Байрас Байбулов - Басай ауылы егете. Бөгөн ул Мәскәү ҡалаһын яулай. НТВ федераль телевидение каналында оператор булып эшләй. 21 йәшлек кенә егеттең ҡаҙаныштарын интернет селтәре аша танышып барабыҙ. Яңы ғына ҡанат нығытҡан Баймаҡ егете нисек шундай ҙур аҙымдар яһарға өлгәшкән? Байрас менән булған әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.

Башҡортостаныбыҙҙы бөйөк республика итеп күрһәткем килә...”

Байрас Байбулов - Басай ауылы егете. Бөгөн ул Мәскәү ҡалаһын яулай. НТВ федераль телевидение каналында оператор булып эшләй. 21 йәшлек кенә егеттең ҡаҙаныштарын интернет селтәре аша танышып барабыҙ. Яңы ғына ҡанат нығытҡан Баймаҡ егете нисек шундай ҙур аҙымдар яһарға өлгәшкән? Байрас менән булған әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.

- Байрас, һине бер яҡтан, хеҙмәттәшебеҙ, тип тә атарға мөмкин инде – киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә эшләйһең. Шуға күрә журналистарҙың тәүге ғәҙәти һорауы: ҡайҙа, ҡасан тыуғанһың?

- 2001 йылдың 18 июнендә Баймаҡ районының төпкөл ауылдарының береһе – Басайҙа, ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгәнмен. Ябай ауыл егетемен. Әсәйем балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләне, хәҙер хужабикә. Ә атайым оҙаҡ йылдар Беренсе Төркмән ауылындағы участка дауаханаһында “Ашығыс ярҙам” водителе булды, әлеге ваҡытта шунда уҡ ҡаҙанлыҡ операторы булып эшләй.

- Ҡайһы мәктәптә белем алдың?

- Басай мәктәбендә 6-сы кластың тәүге айҙарына тиклем уҡыным да, артабан Сибай ҡалаһындағы гимназия-интернатында һәм һуңынан Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында белем алдым.

- Ҡайҙа яҡшыраҡ, шуны эҙләнең инде?

- Бәлки. Ғөмүмән, бер урында тыпырсынып тора торған кеше түгелмен. Ҡайҙа ҡыҙығыраҡ, ҡайҙа яҡшыраҡ – шунда ынтылам.

- Руссалап әйткәндә, “Фигаро здесь, фигаро тут” инде...

- Тап шулай. Әгәр ҙә мине берәй нәмә ылыҡтырып, тартып тормаһа – ул ишекте ябып, икенсеһен асам.

- Яңылышмаһам, фото, видео төшөрөү менән бала саҡтан ҡыҙыҡһынаһың...

- Эйе, был мине үҙенә ныҡ тартҡан шөғөл. Беҙҙең ғаиләлә, ырыуҙа һөнәри яҡтан һүрәт төшөрөүселәр, рәссамдар юҡ. Ә үҙ аллы шөғөлләнеүселәр бар. Улар иҫәбендә - мин дә. Бала саҡтан кем күҙемә салына, шуны йәһәт кенә төшөрә һала инем. Тора бара ҡулыма фотоаппарат килеп эләккәс, оҡшаған кадрҙар эҙләп, урамға сығып китә торғайным. Миңә бер кем дә рәссам, фото төшөрөү серҙәрен төшөндөрмәне. Интернет селтәре аша эҙләп, үҙем өйрәндем. Ә шулай ҙа төп оҫталыҡты Сибай телевидениеһында эшләгән саҡта үҙләштерҙем, тип әйтеү дөрөҫөрәк булыр.

- Нимә төшөрөргә яратаһың?

- Күберәк кешеләрҙе төшөрәм. Уларҙың ҡыланыштарын, хәрәкәттәрен, эмоцияларын мәңгеләштерергә яратам. Үҙем өсөн шуны асыҡланым – кешенең уй-кисерештәре уларҙың күҙҙәрендә сағыла икән.

- Тәүге ҙур эшең ниндәй булды?

- 8-се класта уҡыған саҡта “Донъяға Рәсәй тураһында һөйлә” тигән халыҡ-ара онлайн-конкурста ҡатнаштым. Конкурс шарттарына ярашлы, минең төп маҡсатым сит илдә йәшәүселәрҙе Башҡортостан менән таныштырыу ине. “Төньяҡ амурҙары” тигән видеояҙмамды әҙерләп ебәрҙем. Һөҙөмтә минең өсөн көтөлмәгәнсә булды - конкурста еңеү яуланым. Диплом, ҡиммәтле бүләк тапшырҙылар. Шул конкурстан һуң дәртләнеп киттем, яңы маҡсаттар барлыҡҡа килде. Үҙем өсөн генә булышҡан шөғөлөмә ҡараш бөтөнләй үҙгәрҙе, ҡыҙыҡһыныу артты.

- Ә ни өсөн Мәскәү? Өфө, Сибай түгел?

- Сибайҙа ҡалһам, карьера буйынса күтәрелә алмаҫмын, тип уйланым. Хыялдарымды тормошҡа ашырыу өсөн миңә оло донъя кәрәк ине. Өфөгә лә ҡайтып йәшәргә, эшләргә өлгөрөрмөн, тип уйланым. Төрлө кимәлдә төшөргән видеояҙмаларымды күреп, Башҡортостан Юлдаш телевидениеһына эшкә саҡырғайнылар. Ләкин ҙурыраҡ ерҙә камиллашыу мөмкинлектәре лә күберәк. Мәскәү – минең төп маҡсат түгел, әлбиттә, ләкин уларҙың береһе. Сит илгә сығып, тағы ла күберәк тәжрибә туплау теләге бар. Һуңынан Башҡортостанға ҡайтып, кино төшөрөү ниәте менән янам. Бының менән Башҡортостаныбыҙҙы бөйөк республика итеп күрһәткем килә.

- Мәскәү ҡолас йәйеп ҡаршы алдымы?

- Юҡ, әлбиттә. Бында мине бер кем дә белмәй, берәү ҙә көтөп тормай. Домодедово телевидениеһының “Инстаграм” мессенджерындағы төркөмөнә резюме яҙып ебәрҙем. Ҡабул иттеләр. Бында тағы ла күберәк тәжрибә туплау мөмкинлеге булды. Унда бер йыл тирәһе эшләнем. Артабан үҫеү маҡсатында тағы ла резюме тараттым. НТВ телевидениеһынан әңгәмәләшеүгә саҡырыу алдым. Ләкин унда барырға өлгөрмәй ҡалдым. Шул уҡ көндө НТВ-нан кискеһен шылтыраттылар ҙа иртәгә тапшырыу төшөрөргә бара алаһыңмы, тип һоранылар. Минән ыңғай яуап ишетеү менән шул-шул ергә килеп ет, тип саҡырҙылар. Августан алып хәҙер НТВ каналында оператор булып эшләйем.

- Ниндәй тапшырыуҙы төшөрөүҙә ҡатнашаһың?

- “За гранью” тапшырыуын эшләйем. Сетерекле хәл-ваҡиғаларға осраған кешеләрҙең тормошо хаҡында төрлө тапшырыуҙар әҙерләп эфирға сығарабыҙ. Ул халыҡҡа социаль, медицина, юридик һәм башҡа йәһәттән ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған.

- Тапшырыу әҙерләгән ваҡытта уйламаған хәл-ваҡиғалар килеп сығамы?

- Эйе, йыш булмаһа ла осрай.

- Мәҫәлән...

- Шулай, сираттағы тапшырыуҙы төшөрөргә Түбәнге Новгород ҡалаһына барған инек. Тапшырыу геройҙарын Мәскәүгә алып ҡайтып барғанда ир менән ҡатын бер-береһе менән әрләшеп, талашып алды ла киттеләр. Машинаны туҡтатырға мәжбүр булдыҡ. Туҡтағайныҡ, улар төштөләр ҙә икеһе лә ҡасып киттеләр. Баҫтырып тота алманыҡ. Төнө буйы эҙләнек, тапманыҡ. Бер аҙнанан һуң шылтыраттылар – йәнәһе лә беҙҙең ғәйеп менән улар ике көн йәйәүләп, саҡ үҙҙәренә ҡайтып еткәндәр.

Тағы ла шундай уйландырырлыҡ бер осраҡ булды – ноябрь аҙаҡтарында Баймаҡтан медицина ярҙамы талап ителгән бер үҫмер тураһында тапшырыу әҙерләп эфирға сығарҙыҡ. Минең дә Баймаҡтан икәнде белеп ҡалғас ул: “Ҡайҙа ҡарама – баймаҡтар” тине.

- Тапшырыуға геройҙар эҙләп, бөтә Рәсәй буйынса сәйәхәт итәһегеҙҙер инде...

- Эйе, шуның менән бала саҡтағы бер хыялым тормошҡа ашты. Дүрт айҙа егермеләгән ҡалала булырға өлгөрҙөм. Ҡайһы бер командировка бер көнгә лә тулмай, ә ҡайһы ваҡыт 3-7 көнгә һуҙыла.

- Һин эшләгән хеҙмәт коллективында башҡорттар бармы?

- Юҡ.

- Ә Башҡортостандан?

- Юҡ, бер кем дә.

- Мәскәүҙәге башҡорттар менән аралашаһыңмы?

- Әлбиттә. Ҡыҙыҡ килеп сыҡты ул. Интернет селтәрендә Мәскәү башҡорттарының осрашыуы тураһындағы белдереүен күреп ҡалдым. Тәүҙә икеләнһәм дә, барҙым. Бер кемде лә белмәйем. Ойоштороусыларҙың бер-икәүһе менән танышып алдым. Ойоштороусыларҙың береһе Гөлсинә Батыршина ижади коллектив менән таныштырҙы. Фотограф, видеограф булараҡ, төрлө сараларҙа ҡатнаштым. Шунан башланды инде. Хәҙер бер-беребеҙ менән аралашып йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ. Хәҙер үҙем - “Артылыш” башҡорт йәштәре ойошмаһын ойоштороусыларҙың береһе. Октябрҙән алып дүрт сара үткәрҙек. Ошо арала ойоштороусылар менән осрашып, киләһе йылға саралар планын төҙөнөк.

- Ә Мәскәү менән беҙҙең яҡ халҡының айырмаһы бармы?

- Бар.

- Нимәлә?

- Әйтһәм дә ҡыйын, әйтмәһәм дә, тигәндәй. Ни өсөндөр беҙҙең яҡ башҡорттары бер-береһен күрә алмай, батырырға тырыша. Ярҙан этергә әҙер генә торалар. Ә бында һине бөтөнләй белмәгән Мәскәү башҡорттары ярҙам итергә атлығып тора. Ҡыҙғаныс, әммә дөрөҫө шул.

- Башҡортса һөйләшеү һағындырамы?

- Башҡорт теленән айырылғаным да юҡ, тиергә була. Башҡорт теле беҙҙе, башҡорттарҙы, ҡайһы ваҡыт ҡотҡара ла.

- Нисек?

- Башҡа милләт кешеләренән йәшерен әйтер һүҙебеҙ булһа, башҡорт телендә аралашабыҙ. Туған телебеҙҙең шундай үҙенсәлекле көскә эйә булғанын армияла хеҙмәт иткән саҡта уҡ төшөнгәйнем. Унда ла шулай, сит-яттар аңламаһын өсөн башҡорттар үҙебеҙсә һөйләшә торғайныҡ.

- Байрас, өйләнергә уйламайһыңмы?

- Әлегә ҡәҙәр үҙемә оҡшаған ҡыҙҙы осратҡаным юҡ. Әүҙем эҙләнеү өҫтөндәмен, тип әйтәйем. Ләкин әлеге ваҡытта минең өсөн беренсе урында – карьера. Һәр хәлдә 25 йәшкә тиклем өйләнергә уйламайым. Аҡыллы кешеләрҙең “Тәүҙә исем эшлә, аҙаҡ исем һинең өсөн эшләр” тигән кәңәштәрен тотам. Сөнки ғаилә ҡорғас, яуаплылыҡ та арта. Ниндәйҙер кимәлдә бәйле лә булаһың. Шуның өсөн бындай мөһим аҙымды әлегә эшләүе иртәрәк, тип уйлайым.

- Ә ниндәй ҡыҙҙар оҡшай?

- Әллә инде. Ғөмүмән, улар яҡшы күңелле булһын.

- Ниндәй төҫ оҡшай?

- Ҡуйы ҡыҙыл төҫ. Ул – батшалар төҫө. Уларҙың ҡуйы ҡыҙыл төҫтә елән кеүек күлдәк кейеп йөрөүҙәре оҡшай.

- Яратҡан ашың?

- Әсәйемдең бешергән бишбармағы. Ләкин бында ул ризыҡты әҙерләү мөмкинлеге юҡ. Шуға әлеге ваҡытта яратып ашаған ашым – рагу.

- Ниндәй миҙгелде яратаһың?

- Йәй айҙарын.

- Буш ваҡыттарың бармы?

- Күп түгел, ләкин бар. Буш ваҡыттарымда фотограф, видеограф булараҡ эшләп алам. Мәскәүҙә йәшәүсе башҡорт йәштәре менән осрашабыҙ.

- Күптән түгел Домодедово ҡалаһында һинең шәхси һүрәттәр күргәҙмәһе үтте...

- Эйе. Ул бөйөк рус шағирәһе Анна Әхмәтова исемендәге үҙәк китапханала булды. Әйтеүҙәренсә, унда беренсе тапҡыр Башҡортостан мәҙәниәте менән бәйле шундай сара ойошторолған. Күргәҙмәлә “Коломенское” музей-ҡурсаулығында уҙған һабантуйҙағы күренештәр, Башҡортостандың гүзәл тәбиғәте, тарихи урындары сағылдырған фотоһүрәттәр урын алды.

- Фото, видеояҙма төшөрөүселәргә ниндәй кәңәштәр бирер инең?

- Һәр деталгә иғтибар итергә.

- Мәскәүҙә ышаныслы аҙымдар яһауың ҡыуандыра. Башҡортостандан ғына түгел, ә фәҡәт Баймаҡтан булыуың икеләтә ҡыуаныслы. Маҡсаттарыңа ирешеүеңде, хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Байрас Байбулов тигән исемде тағы ла ҙурыраҡ сәхнәләрҙән, экрандарҙан ишетергә яҙһын.

Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.

“Башҡортостаныбыҙҙы бөйөк республика итеп күрһәткем килә...”
“Башҡортостаныбыҙҙы бөйөк республика итеп күрһәткем килә...”
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас