+24 °С
Ямғыр


Кисә 7 декабрҙә Темәс ауыл мәҙәниәт йортонда мәктәп уҡыусылары өсөн бик матур сара үткәрелде. Уны халыҡ ижады үҙәге артистары Илнур Аслаев менән Айгиз Юлмөхәмәтов ойоштороп алып барҙы.
Уҡыусылар рәхәтләнеп төрлө уйындар уйнанылар, туйғансы бейеп тә алдылар.
Бына шулай, халыҡ ижады үҙәге артистары Баймаҡта ғына тик ятмайҙар, ауылдарға сығып, һәр төрлө саралар үткәрәләр. Уларға афарин, тип әйтергә генә ҡала!