Мәҙәниәт
5 Декабрь 2022, 09:28

Илебеҙ күп милләтле

Башҡортостанда төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ ниндәй ҙә булһа милләт вәкиле булып тора. Барыбыҙҙы ла бергә ҡушып, беҙ рәсәйлеләр, тип әйтергә булыр ине.  Республикабыҙҙағы һәр халыҡтың үҙенә генә хас костюмдары һәм биҙәүестәре бар, улар мәҙәниәттең берҙәйлеген һәм ҡабатланмаҫлығы тураһында һөйләй.  Ғәҙәттә милли кейемдәрҙе һәм биҙәүестәрҙе байрам, туй һәм башҡа саралар ваҡытында кейәләр.  

Башҡортостанда төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ ниндәй ҙә булһа милләт вәкиле булып тора. Барыбыҙҙы ла бергә ҡушып, беҙ рәсәйлеләр, тип әйтергә булыр ине. 

Республикабыҙҙағы һәр халыҡтың үҙенә генә хас костюмдары һәм биҙәүестәре бар, улар мәҙәниәттең берҙәйлеген һәм ҡабатланмаҫлығы тураһында һөйләй. 

Ғәҙәттә милли кейемдәрҙе һәм биҙәүестәрҙе байрам, туй һәм башҡа саралар ваҡытында кейәләр.

Башҡортостанда милли кейемдәрҙең һәм биҙәүестәрҙең төрлөлөгөн йылына ике тапҡыр - апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында үткән Милли кейем көндәрендә күрергә мөмкин.

Милли кейем байрамы халыҡтарҙың йолаларына һәм тарихына мөрәжәғәт итеү, үҫеп килеүсе быуында халыҡ мәҙәниәте дөйөм байлыҡ икәнлеген аңлау тәрбиәләү мөмкинлеген бирә.

Башҡортостан оҫталарының һәм эксперттарының халыҡ костюмы буйынса фекере - видеола.

 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас