+24 °С
Ямғыр


"Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра" башҡорт халыҡ тарихи йырҙарын башҡарыусылар конкурсының төбәк этабында яҡташтарыбыҙ районыбыҙ намыҫын лайыҡлы яҡланы.
"Башҡорт халыҡ тарихи йыры" номинацияһында "Ҡомартҡы" халыҡ ансамбле 1-се дәрәжә лауреаты булды.
"Музыка ҡоралы ижады" номинацияһында Илнур Аслаев шулай уҡ 1-се дәрәжә лауреаты булды.
"Аманат" инструменталь ансамбле ошо уҡ номинацияла 2-се дәрәжә лауреаты булды.
Еңеүселәрҙең барыһын да лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә тағы ла юғарыраҡ уңыштар яуларға яҙһын, тип теләйек!