

Халыҡ ижады үҙәгендә тағы бер матур сара үтте. "Тыуған илебеҙҙе данлайбыҙ" тип аталған сарала хәрби-патриотик йырҙар яңғыраны.
"Тыуған илебеҙҙе данлайбыҙ" хәрби-патриотик йырҙар һәм нәфис һүҙ фестивалендә 16 йәштән 60 йәшкә тиклемге йырсылар һәм ансамблдәр сығыш яһаны.
Был көндө тыуған ил тураһында, Бөйөк Ватан һәм Афған һуғышы йылдары тураһындағы йырҙар яңғыраны. Жюри конкурсанттарҙың башҡарыу оҫталығын, йырҙарҙың үҙенсәлекле булыуын баһаланы.
Шулай итеп, "Вокал" номинацияһында яңғыҙ башҡарыусылар араһында 1-се урынды Икенсе Этҡолдан Байтурина менән Буранбайҙан Гүзәл Әминева алды. 3-сө урынды Урғаҙанан Алһыу Алғазина, Ишмырҙанан Әнисә Рәхимова, Ишбирҙенән Фәнил Хәсәнов алды.
"Сәхнәләге оҫталығы өсөн" номинацияһында Сыңғыҙҙан Ғәлиә Нурғәлина, "Үҙенсәлекле башҡарған өсөн" Яраттан Сәжидә Мырҙаҡаева еңеп сыҡты.
Ансамблдәр араһында 1-се урынды Буранбайҙың "Илһам"ы һәм Ниғәмәттең "Һаҡмар һандуғастары" алды. 2-се урынға Ишмөхәмәттең "Миләш" ансамбле сыҡты. 3-сө урынға "Хазина" (Таулыҡай), "Йәйғор" вокал ансамблдәре лайыҡ булды.
"Сәхнәлә уҙған йылдарҙы һынландырған өсөн" номинацияһында Баймаҡтан УТЭК коллективы еңеп сыҡты.
"Нәфис һүҙ" номинацияһында 16 – 35 йәштәгеләр араһында Күгиҙелдән Гөлфирә Нарынбаева, 2-се урынды Баймаҡтан Мәрйәм Салихова, 3-сө урынды Баймаҡтан Ильяс Хәтмуллин алды. 36 – 60 йәштәгеләр араһында 1-се урынды Сыңғыҙҙан Мәҙинә Туйсина, 2-се урынды Хәҙисә Рахманова, 3-сө урынды Йылымдан Ғәлиә Кәйекбирҙина алды.
Артистизм өсөн Яраттан Әлиә Йәрмөхәмәтова, тасуири һөйләгән өсөн Баймаҡтан Раушания Рәхимова, үҙенсәлекле башҡарған өсөн Йомаштан Шәһиҙә Барлыбаева бүләкләнде.
Еңеүселәр 9 декабрҙә "Ватан геройҙары" көнөндә үҙәк майҙанда сығыш яһаясаҡ.
Фотоһүрәттәр https://vk.com/album-93627050_289163660 альбомынан алынды.