Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәниәт
1 Декабрь 2022, 13:00

Ғүмерен тыңлап туйғыһыҙ йыр иткән яҡташыбыҙ

Аптыраһам да, бер-ике секундҡалыр. “Ә ниңә юҡ”, тип уйланым да, ҡустым менән бергә абитуриент булып киттем. Унан имтихандар тапшыра башланым. Уларҙың барыһын да уңышлы биргәс, ижади һәләтте күрһәтеү һынауы етте. Уныһына борсолдом. Урамда гитара сиртеп, йырлап йөрөү түгел бит инде. Әсәйем өйрәткән берҙән-бер башҡорт йырын белә инем - “Аҡ болоттар”. Шуны йырланым...

Ғүмерен тыңлап туйғыһыҙ йыр иткән яҡташыбыҙҒүмерен тыңлап туйғыһыҙ йыр иткән яҡташыбыҙ
Ғүмерен тыңлап туйғыһыҙ йыр иткән яҡташыбыҙ

Рөстәм Хәсәнов. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән мәртәбәле исемгә лайыҡ булған яҡташыбыҙҙың башҡа наградалары ла етерлек: Сибай һәм Баймаҡ ҡалалары, башҡа райондар хакимиәттәре һәм Советтарының иҫәпһеҙ-һанһыҙ Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең Рәсәй профсоюзы, йырсыларҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика асыҡ конкурсы, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” төбәк-ара бәйгеһе тарафынан бирелгәндәрен айырым йылылыҡ менән ҡәҙерләп ҡулына ала ул бөгөн.
Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән ғүмерен тыңлап туйғыһыҙ йыр итеп йәшәүсе Рөстәм Хәсәнов әле лә ижади эҙләнеүҙәр юлында. Ошо мауыҡтырғыс сәнғәт юлын яҙмышы иткән Баймаҡ егете Рөстәм Хәсәнов менән бөгөн әңгәмәбеҙ.

.- Рөстәм, һинең йырҙарың халыҡтың күңелендә айырым урын алған. Шуға күрә һине тыңлаған һәр кем “был егет моғайын бала саҡтан йырсы булырға хыялланғандыр тип уйлай...

- Дөрөҫөн әйткәндә үҙемде бөтөнләй икенсе һөнәр кешеһе итеп күҙ алдыма килтерә инем. Сәхнәләргә сығырмын, йырсы булып китермен тигән уй башыма ла килмәй ине.

- Әммә тәбиғәттән бирелгән моң, тауышың барлығын белгәнһеңдер бит.

- Беҙҙең үҫмер, унан йәшлек йылдарында һәр егет йырлай, гитарала уйнай ине. Эскәмйәлә ултырып төрлө йырҙар башҡарған йәштәр - ул йылдарҙың матур хәтирәһе булып күңел түрендә һаҡлана.

- Эйе, ул йылдарҙы хәтерләһәң, күҙ алдына модалы кейенгән, гитара аҫҡан егеттәрҙең бер урам булып атлап килеүе лә күҙ алдына баҫа. Сөнки социализм тәғлимәте юҡҡа сығып, донъя тамам буталып, йәштәрҙең “ирекле һауа”ны һулаған мәле ине...

- Был ысынлап та шулай. Йәшлегем төрлө мажараларға үтә лә бай булды. Ҡайһы бер ваҡиғаларҙы иҫкә алыуы ла уңайһыҙ. Күңелгә тынғы бирмәгәндәре лә бар... Ҡыҫҡаһы, ысын хулиганға әйләнеүҙән әрме хеҙмәте генә араланы мине тип уйлап ҡуям ҡай саҡта.

- Әрмелә хеҙмәт итеүҙе бушҡа ваҡыт әрәм итеү булды тип уйламайһыңмы?

- Юҡ, киреһенсә был бик шәп мәктәп булды минең өсөн. Тәртипкә һалынған режим, физик күнекмәләр, ваҡытында ятып йоҡлау һәм иртә уяныу тәннемде тәртипкә килтерһә, төрлө яҡтан килгән егеттәр менән аралашыу дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтте. Ике йыл хеҙмәт итеү дәүерендә тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып, уңын-һулын айырып, йәшәйеш, башҡалар менән ниндәй мөнәсәбәттә булырға кәрәклеге хаҡында бөтөнләй бүтән фекергә килеп ҡайттым. Шуға күрә әрмеләге ике йылымды һынылыш һәм яҙмышымды ыңғай яҡҡа үҙгәртеү мәле тип һанайым.

- Әрменән ҡайтҡас уҡырға ингәнһең?

- Эйе, әрменән ҡайтҡан йылды ике туған ҡустымды Сибай сәнғәт колледжына уҡырға алып килдем. Ул ваҡытта йәшлек дәрте ташып тора, таныштарға ла, таныш булмағандарға ла һүҙ ҡушам, күңел елкенеп генә инде! Ҡабул итеү комиссияһына барып индек. Хәҙер инде документ ҡабул итеп ултырғандарға шаян һүҙҙәр ҡуша башланым. Улар бер һүҙ әйтһә – мин бишләтә арттырып яуап ҡайтарам, шаярам инде үҙемсә. Комиссияла колледж хеҙмәткәре – билдәле йырсы Нәфисә Тулыбаева ла булған икән. Ул ҡапыл миңә: “Ҡустым, торғаның менән артисһың, ниңә үҙең уҡырға инмәйһең әле? Әйҙә, имтихандар тапшырып ҡара беҙҙә”, – тине.

- Аптырап ҡалдығыҙмы?

- Аптыраһам да, бер-ике секундҡалыр. “Ә ниңә юҡ”, тип уйланым да, ҡустым менән бергә абитуриент булып киттем. Унан имтихандар тапшыра башланым. Уларҙың барыһын да уңышлы биргәс, ижади һәләтте күрһәтеү һынауы етте. Уныһына борсолдом. Урамда гитара сиртеп, йырлап йөрөү түгел бит инде. Әсәйем өйрәткән берҙән-бер башҡорт йырын белә инем - “Аҡ болоттар”. Шуны йырланым. Һәм мин Сибай сәнғәт колледжы студенты булып та киттем.

- Белеүемсә, һеҙҙең әсәйегеҙ Нәсимә апай һәм атайығыҙ Әхтәм ағай ҙа сәнғәткә ғашиҡ кешеләр...

- Эйе, бала саҡтан атайым (урыны ожмахта булһын) һәм әсәйемдең моңло йырҙарын тыңлап үҫтем. Атайым баянда өҙҙөрөп уйнай, үҙе лә ҡушылып йырлай ине. Ә оҙайлы йылдар Баймаҡ ҡалаһы һәм районының ЗАГС бүлеген етәкләгән әсәйем бар ғүмерен үҙешмәкәр сәнғәткә бағышланы. Уның аһәңле, моңло йырҙары бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр, моғайын. Әсәйемә “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем дә бирелде. Атайым һәм әсәйемдең йыр-моңға булған һөйөүе миңә күскәндер, күрәһең.

- Уҡыуы ауыр булдымы?

- Юҡ, мин теләп һәм мауығып уҡыным. Арҙаҡлы сәнғәт эшмәкәрҙәренең береһе Джон Әхмәт улы Мусин мине үҙ ҡанаты аҫтына алып, йырсы һөнәренең бар нескәлектәрен һәм серҙәрен өйрәтте. Бик рәхмәтлемен уға. Миндә артислыҡ һәләтен күреп, уҡырға саҡырған, яҙмышымды үҙгәртеп ебәргән Нәфисә Тулыбаеваға ла, ғөмүмән, бар остаздарыма иң изге теләктәмен. Бөгөн республикабыҙҙың билдәле йырсылары булған Ғаяз Ғәйетбаев, Радмир Туйсин, Раян Алтыншин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Баязит Байназаровтар менән бергә уҡыған йылдарым һиҙелмәй ҙә үтеп китте.

- Ә бит колледжды ҡыҙыл дипломға тамамлағанһың...

- Эйе, уҡыуы мауыҡтырғыс ине. Һәр дәресте яратыуым дипломымдың төҫөн дә билдәләгәндер.

- Артабан шулай уҡ бик яратҡан хеҙмәт юлың башланды...

- Эйе, 2002 йылда Сибай филармонияһына эшкә килдем һәм башкөллө йыр-моң донъяһына сумдым..

- Һинең русса һәм башҡортса классик йырҙарҙы айырым бер моң, оҫталыҡ менән башҡарыуың тамашасының күңелен яулап өлгөргән. Ә сәхнәгә тәү сығыуы ҡыйын булдымы?

- Эйе, сәнғәт колледжында уҡыған саҡта тамашасылар алдында йыш сығыш яһаһам да, профессиональ сәхнәгә тәүге сыҡҡан мәлемде күңелемдә онотолмаҫлыҡ булып уйылып ҡалды. Дәресен әҙерләмәй мәктәпкә килеп, таҡта алдына сығарылған уҡыусы бала ише тойҙом үҙемде. Тулҡынланып, шыбыр тиргә баттым. Залға нисек сығып баҫҡанымды аңламай ҙа ҡалдым. Йырлай башлағас, тынысландым, моң донъяһына инеп китеп, онотолдом. Тәүге сығышымды уҡ йылы ҡабул итеүҙәренә һөйөнөп бөтә алманым.

- Студент йылдары тик уҡыу менән генә үтмәгәндер бит? Бушҡа ғына ошо осорҙо “ иң күңелле саҡтар” тип йөрөтмәйҙәр бит.

- Әлбиттә. Төрлө саралар ойошторорға ярата инем. Шуғалыр инде студенттар советына етәксе лә итеп ҡуйҙылар. Өҫтәмә күңелле мәшәҡәт булды уныһы.

-Ғүмерлек мөхәббәтегеҙҙе лә үҙегеҙ ойошторған сараларҙың береһендә осратҡанһығыҙ. Сер булмаһа, ошо хаҡта һөйләп үтһәгеҙ.

- Бик үк сер түгел. Һәр уҡыу йылының башында үткәрелгән “Көҙгө бал”дарҙың береһендә булды был. Зәлифә рәсем бүлегендә уҡый ине. Кисәнән һуң Зәлифәне фатирына ҡәҙәр оҙатып ҡуйырға рөхсәт һораным. Дуҫлашып киттек. Өс йыл аралашыуыбыҙ ысын мөхәббәткә әүерелде. Шаулап-гөрләп үткән туй мәжлесе, өйләнешеүгә бәйле мәшәҡәттәр бөгөн татлы төш кеүек кенә булып күҙ алыма килә. Башта Сибай ҡалаһында йәшәгән ҡайны-ҡәйнәм менән йәшәнек. 2011 йылда, Арҡайым ҡасабаһында йорт һалып, башҡа сыҡтыҡ Бәхетле ғаиләбеҙҙә Арсен, Ләйсән, Асман исемле балаларыбыҙ үҫә.

- Бала саҡтың иң онотолмаҫ мәлдәре ниндәй булды?

- Минең шуҡ малай булған сағым күберәген өләсәйем йәшәгән Ярат ауылында үтте. Ауыл эргәһенән аҡҡан Һаҡмар йылғаһында һыу ингән, балыҡ ҡармаҡлаған көндәремде әле лә һағынып иҫкә алам. Тын Таналыҡ буйҙарында үткәргән мәлдәре лә яҡты хәтирә булып күңеленә һеңгән. Беҙ бала саҡта Таналыҡ тәрән ине бит. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем, әсәйҙәрҙән ҡасып китеп рәхәтләнеп һыу төшә инек. Шундай ғәмһеҙ саҡтар һағындыра.

- Сәнғәт кешеләренең эшен репертуарының байлығына ҡарап баһалайҙар. Һинең төрлө жанрҙағы йырҙарыңа һоҡланырға ғына ҡала. Шуға күрә ҡуйған маҡсаттарыңа ирешкәнһеңдер тип уйларға булалыр?

- Әҙәм балаһы үҫеш йүнәлешендә булғаны менән генә ҡәнәғәтләнергә тейеш түгелдер ул. Шуға күрә хыялда йөрөткәнем тормошҡа ашһа, икенсе маҡсат ҡуйып йәшәйем һәм уға өлгәшеү өсөн ваҡытымды ла, һәләтемде лә йәлләмәҫкә тырышам. Шулай ҙа күберәген классик йырҙарға өҫтөнләк бирәм һәм ошо йүнәлештә эшләргә яратам. Репертуарымда рус һәм сит ил йырҙары ла бар. Республикабыҙҙа үткәрелгән төрлө мәҙәни сараларҙа, йыр бәйгеләрендә ҡатнашырға тырышам. Был бик күп көстө һәм ныҡышмалылыҡты талап итһә лә, янып һәм ҡайнап йәшәү үҙе бер бәхет, тип һанайым.

- Сибай концерт-театр берекмәһендә уңышлы эшләүегеҙ менән бер рәттән, тиҫтә йылға яҡын инде урындағы сәнғәт колледжында студенттарға йыр буйынса һабаҡтар биреп өлгөрәһегеҙ. Ауыр түгелме?

Юҡ, йәштәр менән эшләүе бик тә оҡшай. Сәхнәнән арыһам, бөтөнләйгә студенттар менән эшләүгә күсеүем дә ихтимал.

- Ниндәй маҡсаттар менән йәшәйһегеҙ?

- Бөгөнгө репертуарымды икеләтә байытыу, яңы йырҙар өйрәнеү, булғандарын шымартыу.

- Буш ваҡытығыҙҙы нисек үткәрергә яратаһығыҙ?

- Ғаиләм менән. Ишек алдында төрлө йорт мәшәҡәттәрен бергә эшләп, унан шешлек ҡыҙҙырыу, күмәкләшеп серләшә-һөйләшә сәй эсеү.

- Ризыҡҡа килгәндә, ниндәй ризыҡты бигерәк тә яратаһығыҙ?

- Кәләшем әҙерләгән бар ризыҡты ла яратып ашайым. Шулай ҙа голубцыларҙы бигерәк тә хуш күрәм.

- Ә үҙегеҙ ашарға әҙерләй алаһығыҙмы?

- Әлбиттә. Һәр ир-егеттең үҙе генә яратып бешергән ризыҡтары булалыр ул.

- Балаларығыҙ киләсәктә ниндәй һөнәр эйәһе булыр тип уйлайһығыҙ?

- Арсен, үҙ юлын һайлап, Өфөлә программистҡа уҡый. Ләйсән әле тулыһынса хәл итмәгән, бәлки, үҙен медицинаға бағышлар. Уныһын ваҡыт күрһәтер. Бәләкәсебеҙ Асман, бәлки, сәнғәт юлын һайлар. Әммә был хаҡта уйларға иртә әле. Иң мөһиме – бәхетле булһындар.

- Беҙҙең гәзит уҡыусыларға еткерер теләктәрегеҙ?

- Һәр көндөң, һәр мәлдең, бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ, бошонмағыҙ, йылмайып йәшәргә тырышығыҙ. Һәр кемебеҙгә бер теләк – күк йөҙөбөҙҙө тыныс булһын!

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә ижди уңыштар һәм яңы йырҙар көтөп ҡалабыҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина әңгәмәһе.

 

2 декабрҙә халыҡ ижады үҙәгендә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Сибай концерт-театр берекмәһенең солисы Рөстәм Хәсәновтың бенефисы үтәсәк. Рәхим итегеҙ!

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас