+24 °С
Ямғыр


Кисә, көҙҙөң һуңғы көнөндә халыҡ ижады үҙәге артистары автоклуб менән Йәрмөхәмәт һәм Ғүмәр ауылдарына барып ҡайтты.
Һәр ваҡыттағыса дәртле һәм моңло йырҙар дәртле бейеүҙәр менән алышынып барҙы. Саф һауала күрһәтелгән концерттан һуң артистарҙы ауыл халҡы самауыр сәйе менән дә һыйланы.
Халыҡ ижады үҙәге артистары рәхмәттәр әйтеп ҡайтырға сыҡты. Һәр ике яҡ та "Ошондай ижади күңелле осрашыуҙар йышыраҡ ҡабатланып торһон!", - тигән теләктә таралышты.
Афарин!