Мәҙәниәт
28 Ноябрь 2022, 06:26

"Яулыҡтарҙа тарих сағылышы"

Уҙған ял көнө донъялағы матур байрамдарҙың береһе билдәләнде. Йәнйегет ауылында ла ул матур итеп үтеп китте. Бында "Яулыҡтарҙа тарих сағылышы" тип аталған сара үткәрелде.   

"Яулыҡтарҙа тарих сағылышы""Яулыҡтарҙа тарих сағылышы"
"Яулыҡтарҙа тарих сағылышы"

Уҙған ял көнө донъялағы матур байрамдарҙың береһе билдәләнде. Йәнйегет ауылында ла ул матур итеп үтеп китте. Бында "Яулыҡтарҙа тарих сағылышы" тип аталған сара үткәрелде. 

 
Борон-борондан яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙың төп баш кейемдәренең береһе булып торған. Ул заманда ҡатын-ҡыҙҙар яулыҡһыҙ йөрөмәгән, тиерлек. Йөрөгәндәре лә һирәк осраған. Ял иткәндә лә, эш эшләгәндә лә, ҡунаҡҡа барғанда ла яулыҡтың төрлөһөн һайлап алып ябынғандар. Әлбиттә, был диндән дә килә. Нисек кенә булмаһын, ҡатын-ҡыҙға яулыҡһыҙ йөрөргә ярамаған. Өләсәйҙәр әйтеүенсә, яулыҡ шайтандан һаҡлаған. Сәс ялбыратып йөрөгәндәргә зәхмәт ҡағыла, тигәндәр. Һәм, киреһенсә, яулыҡ ябынғандар насар күҙҙән һәм алама ауырыуҙан һаҡлана, тигәндәр. 
 
Йәнйегет ҡатын-ҡыҙҙары иң затлы яулыҡтарын ябынып килеп, үҙҙәренең яулыҡ тарихын бәйән иттеләр. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙе бер хикмәтле хикәйәткә тиң ине.
 
#ЯнзигитовскийДК
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас