Ишбирҙе ауыл клубында Ишбирҙе, Йылым һәм Юлыҡ ауылы әсәйҙәре өсөн "Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!" исемле ҡыҙыҡлы конкурс ойошторолдо. Ул Халыҡ-ара Әсә көнөнә бағышланды. Йылым ауылыннан - "Әбиюшкә.Ру", Юлыҡтан - "Шаян ҡыҙҙар", Ишбирҙе ауылынан "Килендәр" исемле командалар баһалама ағзалары алдында һынау тотто. Тәүге һынауҙа - үҙҙәренең командаһы менән ҡыҙыҡлы итеп таныштырҙылар. Артабан улар өсөн ҡыҙыҡлы конкурстар ойошторолдо. Бәпәй йоҡлатып "Бишек йырын" йырланылар, балалар уйнағандан һуң өйҙәрен йыйыштырҙылар, ҡыҙыҡлы һорауҙарға тапҡыр яуап бирҙеләр, театрҙа ролдарҙе бүлешеп, актерлыҡ һөнәрҙәрен күрһәттеләр, "көтөү ҡайтҡас", мал индерҙеләр, бәпәй кейендерҙеләр, боронғо әкиәтте заманса итеп күрһәттеләр. Шулай уҡ интермедия күрһәтеп, байрам кәйефе бүләк иттеләр. Һуңынан үҙҙәре әҙерләгән телде йоторлоҡ аш-һыуға реклама эшләп, күмәкләп бейеп тә алдылар. Ҡыҫҡаһы, командалар бөтәһе 14 конкурс аша үтте.
Байрам сәй табыны артында дауам итте. Өс ауылдың әсәйҙәре дуҫлыҡ күперен өҙмәҫкә, киләсәктә лә осрашырға һөйләшеп таралышты.
Байрамды уҙғарыуға Ишбирҙе ауылының эшҡыуары Нурбулат Халиҡов бағыусы булараҡ, ҙур ярҙам күрһәткән.