Мәҙәниәт
25 Ноябрь 2022, 16:44

Әсәләр тәбрикләнде

Бөгөн халыҡ ижады үҙәгендә Әсә көнөнә арналған бик матур концерт үтте. Байрам сараһына райондан күп балалы әсәләр, тәрбиәгә бала алған ҡатын-ҡыҙҙар, һалдат әсәләре, мобилизацияға эләккән ир-егеттәрҙең ҡатвндары һәм башҡа гүзәл заттар йыйылды.

Әсәләр тәбрикләндеӘсәләр тәбрикләнде
Әсәләр тәбрикләнде

Бөгөн халыҡ ижады үҙәгендә Әсә көнөнә арналған бик матур концерт үтте. Байрам сараһына райондан күп балалы әсәләр, тәрбиәгә бала алған ҡатын-ҡыҙҙар, һалдат әсәләре, мобилизацияға эләккән ир-егеттәрҙең ҡатвндары һәм башҡа гүзәл заттар йыйылды.

Тантана башында Баймаҡ районы муниципаль район Советы рәйесе Бәхтийәров Илдар Сабир улы һәм Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминев ҡотлап үтте.

Матур байрам сараһында иң моңло йырҙар яңғыраны, иң дәртле бейеүҙәр булды. Ололар ҙа, балалар ҙа сығыш яһаны. Тамашасыларға, айырыуса "Шатлыҡ" йәш сәсәндәр ижади берекмәһе (етәксеһе ― балалар ижады үҙәге педагогы Р.Иҙелбаева), "Сулпылар" балалар ансамбле бейеүселәренең (етәксеһе ― Л.Йәрмөхәмәтова), "Экзотик" (етәксеһе ― М.Шәрипова), "Әкиәт" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре (етәксеһе ― Ф.Сайфуллина) сығыштары оҡшаны.
Байрам концертында шулай уҡ халыҡ ижады үҙәге артистары ла сығыш яһаны.

Байрам менән, хөрмәтле әсәйҙәр!
#МәҙәниМираҫЙылы
#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай # #башкиры #башҡорттар #мәҙәниәт #культура
#мираҫ #ГодКультуры #МәҙәниәтЙылы #рухиәт
#сәләмәт_ауыл #КультураБаймака
#Баймаҡбашҡорттарыҡоролтайы
#Айыҡауыл2022
#МәҙәниМираҫЙылы
#мәҙәниәт #культура

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас