+24 °С
Ямғыр
Сибай ҡалаһында уҙған "Йөрәктән - йөрәккә" шиғыр бәйгеһендә Ишмырҙа ауылының "Әхирәттәр" фольклор ансамбле лә ҡатнашты. Улар Фәүзиә Ҡотлоғилдинаның "Туҡтатығыҙ!" шиғыры менән сығыш яһаны. Әхирәттәрҙең "йөрәк һүҙе"н баһалама ағзалары юғары баһаланы. Һөҙөмтәлә улар беренсе дәрәжәле Дипломға лайыҡ булды. Ә инде ансамбль етәксеһе өсөнсө дәрәжәле Диплом менән бүләкләнде. Афарин! Еңеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ!