Мәҙәниәт
23 Ноябрь 2022, 03:40

Хәйбулланан - Диплом менән!

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Хәйбулла районы Аҡьяр ауылында милли кейем һәм биҙәүестәр оҫтаһы, сәсәниә Әсмә Усманова исемендәге төбәк милли кейемдәр бәйгеһе үтте.
Баймаҡ районы ағинәйҙәре исеменән конкурста Иҫке Сибай ағинәйҙәре үҙҙәре тергеҙгән "Бөрйән ырыуы" милли кейеме һәм биҙәүестәре менән ҡатнашты. Уларҙың бер генә кейеме лә стилләштерелмәгән, һатып алынмаған, ательела тектерелмәгән. Ә ағинәйҙәрҙең үҙ ҡулдары менән тергеҙелгән.
Әйтергә кәрәк, Баймаҡ районы ағинәйҙәре баш кейемдәре (таҫтар, һарауыс, ҡушьяулыҡ), милли күлдәк, елән һәм камзул, милли биҙәүестәр - селтәр, ҡашмау, милли аяҡ кейеме - сарыҡ әҙерләү буйынса 2020 йылдан алып эшләй. Улар Шитова, Камалиеваларҙың китаптарынан, Сибай, Баймаҡ ҡалаларындағы, Темәс музейҙарындағы экспонаттарға таянып өйрәнә. Районда һәм зоналарҙа даими оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.

Иҫке Сибай ағинәйҙәре бәйгелә "Мираҫ һағында тороусы" Дипломы менән бүләкләнде. 

Хәйбулланан - Диплом менән!
Хәйбулланан - Диплом менән!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас