Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәниәт
23 Ноябрь 2022, 09:10

"Фантазия"ла фантазияны эшкә ҡушып

Ишмырҙа ауылының мәҙәниәт йорто эргәһендә эшләп килгән "Фантазия" оҫта ҡулдар түңәрәгендә уҡыусылар һәр ваҡыт ҙур теләк менән шөғөлләнә...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ишмырҙа ауылының мәҙәниәт йорто эргәһендә эшләп килгән "Фантазия" оҫта ҡулдар түңәрәгендә уҡыусылар һәр ваҡыт ҙур теләк менән шөғөлләнә. Етәкселәре мәҙәни саралар ойошторусы Гүзәл Ғөбәйҙуллина улар менән һәр ваҡыт ҙур теләк менән ҡул эштәренә өйрәтә. Ҡуялъяулыҡ, алъяпҡыс сигеп, фоамариндан сәскәләр эшләп ултыртҡайнылар. Әле уҡыусылар Әсә көнөнә ҡарата, үҙҙәренең иң ҡәҙерле, иң изге кешеһенә арнап, төҫлө ҡағыҙҙарҙан сәскә эшләп, бүләктәрен әҙерләп тә ҡуйҙылар.

"Фантазия"ла фантазияны эшкә ҡушып
"Фантазия"ла фантазияны эшкә ҡушып
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас