Мәҙәниәт
17 Ноябрь 2022, 09:41

“Йыр – минең булмышым”

Йәшәһен интернет, тип уйлап ҡуяһың ҡайһы саҡта. Интернет ярҙамында беҙ йәшерен таланттарҙы асабыҙ, яныбыҙҙа ғына түгел, ә әллә ҡайҙа йәшәгән  яҡташтарыбыҙҙың ижады менән дә яҡындан танышып бара алабыҙ.  Халыҡ ижады үҙәге артистарының өр-яңы йырҙары, яңы ғына “мейестән сыҡҡан” клиптары менән дә интернет аша танышабыҙ. Бөгөнгө “Йома ҡунағы”  Илдар Абдуллин да – тап шундай һәләтле йырсыларҙың береһе. Ул төшөргән клиптарҙы “Бәйләнештә” селтәрендә ҡарап, күптәр һоҡланыуын белдереп, комментарийҙар яҙа. Илдар менән әңгәмәбеҙ уның тормош һәм хеҙмәт юлы тураһында булыр. 

“Йыр – минең булмышым”“Йыр – минең булмышым”
“Йыр – минең булмышым”

– Илдар, һин сығышың менән ҡайҙан булаһың?

– Мин бөйөк шәхестәр тыуҙырған Күсей ауылынанмын. Биш балалы ғаиләлә кинйә малай булып донъяға килгәнмен.

– Ата-әсәйең биргән тәрбиә киләсәк тормошоңда ниндәй роль уйнаны? 

– Һәр бала ата-әсәһенең әйткән һүҙҙәренә, улар биргән тәрбиәгә таянып үҫә. Әлеге көндә лә уларҙың әйткән һүҙҙәренә, теләктәренә ҡолаҡ һалып киләбеҙ. Атайым йырлай, гармунда уйнай. Әсәйем яғынан да, олатайым яғынан да матур тауышлылар, йыр-моңға маһирҙар күп. Ә бына өләсәйем йәш  сағында Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеү ансамблендә бейергә тейешле кеше булған. Үкенескә, ауылдан сығып китә алмаған. Өләсәйем бөйөк  ғалим Абдрахман Ғәлләмовтың бер туған һеңлеһе. Ул – беҙҙең ғорурлығыбыҙ.

– Йырға һөйөү ҡасаныраҡ тыуҙы? 

– Бала саҡтан. Үҙемде башҡа һөнәр кешеһе итеп күҙ алдына ла килтерә алманым. Синтезаторым бар ине. Шунда рәхәтләнеп уйнай торғайным. Бер  заман музыкаль үҙәктән йырҙарҙың минусовкаһын яҙҙырҙым. Ул кассеталар район буйлап таралып китте. Сәхнәгә 2-се класта уҡып йөрөгәндә сыҡтым. Конкурстарҙа йыш ҡатнаша торғайным. Баймаҡҡа юл йыш төштө. Өфөләге финалға ла үткән саҡтар күп булды. Призлы урындарҙы күп яуланым, еңеп тә сыҡтым. Бына шулай, бәләкәйҙән сәнғәт юлындамын.

– Тәүге йырлаған йырыңды хәтерләйһеңме? 

– Эйе. “Сәүкә” һәм “Толпар ат” йырҙары булды. Уларҙы миңә Вадим тигән ағай өйрәтте. Ул беҙҙең ауылға йүнәлтмә менән эшкә килгән булған. Тәүге  ҡатнашҡан конкурстарыма ла Вадим ағай әҙерләне һәм алып барҙы. Ҡалған йырҙарҙы магнитофон тыңлап өйрәндем. Бер заман Сибайҙа Сәғиҙулла  Байегеттең “Арҡайым” төркөмө барлыҡҡа килде. Ауылдағы концерттарҙа уларҙың йырҙарын йырлап та йөрөнөм. Аҙаҡ замансараҡ йырҙарға күстем.

– Ниндәйерәк йырҙарға өҫтөнлөк бирәһең? Классика, халыҡ әллә заманса йырҙарғамы? 

– Күберәк үҙем ижад иткән йырҙарға өҫтөнлөк бирәм. Күңелемә оҡшаған эстрада һәм ретро йырҙарҙы ла урап үтмәйем. Әлегә тиклем халыҡ йырҙарына  әллә ни иғтибар бирмәнем. Бала саҡта уларҙы йырларға өйрәтеүсе лә булманы. Шулай ҙа башҡорт халыҡ йырҙарын өйрәнеп, Ейәнсура районында уҙған  Сөләймән Абдуллин исемендәге конкурста Гран-приға лайыҡ булдым. “Дуҫлыҡ моңо” конкурсында эстрада һәм ретро йырҙарҙы йырлап, 2-се  урынды алдым. “Башҡорт йыры” конкурсында 3-сө урынды бирҙеләр.

– Һуңғы йылдарҙа интернет киңлектәрендә һин төшөргән клиптар популярлыҡ яулай бара. Унда маҡтап яҙылған комментарийҙар ҙа бихисап. Ошо турала ла һөйләп үт әле? 

– Клипҡа килгәндә, әлегә профессиональ кимәлдә төшөрөлгәндәре юҡ. Күберәк үҙем төшөрәм. Һуңғыһында ҡыҙымды төшөрҙөм. Ә үҙемде улым  төшөрөп тора. Аҙаҡ компьютерҙа эшкәртәм. Телеэфир аша уларҙы күрһәтеп булалыр, тип уйламайым. Интернет киңлектәре өсөн улар хатта ярап ҡала. 

– Ғәҙәттә, сәнғәт кешеләрен йыш ҡына тамада итеп тә саҡыралар. Һинең бындай хеҙмәт күрһәткәнең бармы? 

– Эйе, заманына күрә унһыҙ ҙа булмай. Элек ди-джей ғына булып йөрөй торғайным. Хәҙер туй, юбилей кеүек ғаилә байрамдарына ла саҡыралар. Уларҙы айырым бер сценарий менән башҡорт йолаларын ҡулланып үткәрергә тырышам. Тере тауыш менән өр-яңы һәм халыҡ араһында  популяр булған йырҙарҙы башҡарам, күңелле уйын-көлкөгә ҡоролғанын да күрһәтәм. Шулай уҡ залды матур итеп биҙәү өҫтөндә лә эшләйем.

– Йәшлек йылдарына ла сәйәхәт итәйек әле. Ниндәй уҡыу йортон тамамланың? 

– Сибайҙа сәнғәт училищеһын тамамланым. Унан Өфөлә З.Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһында уҡыным. Думбыра класын бөттөм.

– Тормош юлдашың менән ҡасаныраҡ һәм нисек таныштың? 

– Өфөлә уҡып йөрөгән йылдарҙа. Күптәрҙе таныштырып ҡауыштырған Салауат Юлаев һәйкәле урынлашҡан паркта. Ул көн әле лә хәтерҙә. Йәмле май  айы ине. Миңлиә әхирәттәре менән, мин иптәш егеттәр менән кис уйынға сыҡтыҡ. Миңлиә Ейәнсура районы һылыуы. Беҙ уның менән оҙаҡ дуҫлашып  йөрөмәнек. Сентябрь айында өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ. Аллаға шөкөр, бергә йәшәгәнебеҙгә 12 йыл да булып китте. Ильяс исемле улыбыҙ һәм Айсель  исемле ҡыҙыбыҙ бар.

– Миңлиә лә сәнғәт кешеһеме? 

– Юҡ. Ул Башҡорт дәүләт университетының “Башҡорт филологияһы” факультетын тамамланы. Баймаҡҡа ҡайтҡас, мәғариф бүлегенә эшкә төштө. 5-се  мәктәп асылғас, китапханасы булып күсте. Мин туйҙар, байрам сараларын алып бара башлағас, ул залды биҙәү менән шөғөлләнә башланы. Туйҙар алдынан залды биҙәр өсөн иртәрәк, эш ваҡытында барырға кәрәк. Һәр саҡ эштән һорап китеп булмай бит. Шуға ул үҙмәшғүллек буйынса эшләй  башланы.

– Балаларың да сәнғәтте үҙ итәме? 

– Эйе, тиһәң дә була. Ильяс улым 5-се мәктәптәге кадет класында 5-се класта уҡып йөрөй. Шулай уҡ йырҙы юлдаш итеп алған малай. Йыш ҡына конкурстарҙа ҡатнаша. “Урал аръяғы тауышы” конкурсында ла үҙен һынап ҡараны. Урындағы концерттарҙа ла сығыш яһай. Призлы урындарҙы ла яулап тора. Ҡыҙыма 3 кенә йәш. Ул 5-се мәктәптәге балалар баҡсаһына йөрөй.

– Яратҡан ризығың ниндәй? Аш-һыу менән булышырға яратаһыңмы? 

– Мин үҙемде һайлансыҡ тип әйтмәҫ инем. Тәмле булған ризыҡтарҙың барыһын да рәхәтләнеп ашайым (көлә). Иң яратҡаным – былау. Уныһының да  үҙем бешергәнен. Эйе, интернеттан ҡарап, йыш ҡына бешеренәм. Хатта аш-һыу өлкәһендә эксперименттар ҙа үткәреп алам.

– Эштәреңде иртә таңдан тороп башҡараһыңмы әллә төнгөлөккә ҡалдыраһыңмы? 

– Йоҡларға һуң ятам, иртә менән килеп торам. Ныҡ йоҡом килгәндә көндөҙ ярты сәғәт тирәһе ятып йоҡлап алам. Был ҡағиҙәне хатта ял көнө лә боҙмайым.

– Яратҡан миҙгелең ниндәй? 

– Бөтәһен дә яратам. Һәр миҙгел үҙенсә матур. Ҡыш ап-аҡ ҡарҙары менән таң ҡалдыра. Яҙ әле генә тыуған тереклек менән әсир итә. Йәй йәшеллеге, ҡыҙҙырған ҡояшы менән күңелде арбай. Көҙ иһә алтын япраҡтары, мул уңышы менән күңелгә яҡын.

– Яратҡан шөғөлөң? 

– Йырҙар ижад итеп, уларға аранжировкалар эшләргә яратам. Һуңғыһы бигерәк тә күңелгә яҡын. Ял көндәрендә, буш ваҡыттарҙа интернеттан нисек  итеп матур-матур аранжировкалар төшөрөп була икәнен ҡарап өйрәнәм. Һәм тағы ла... интернетта ултырырға яратам (көлә).

– Әгәр йырсы булмаһаң, ниндәй һөнәрҙе һайлар инең? 

– Мин үҙемде һөнәрем буйынса йырсы тип әйтә алмайым. Йырсыға уҡыманым. Мин – музыкант-инструменталисмын. Йыр – ул минең булмышым, бала саҡтан килгән һөнәрем. Йырсы булмаһам, музыкант булмаһам... Хатта күҙ алдына ла килтерә алмайым. Сөнки электән күңел сәнғәткә тартылғас, икенсе  һөнәр тураһында уйлап ҡарағаным да булманы. Моғайын да, компьютер менән бәйле берәй һөнәрҙе һайлар инем. Мәҫәлән, “айтишник”.

– Теләктәрең, әйтер һүҙҙәрең ниндәй булыр? 

– Барлыҡ кешелек имен-һау булһын. Донъялар тыныс торһон. Ил яҙмышын хәл итергә киткән егеттәр имен-һау әйләнеп ҡайтһын. Улар араһында  минең бер туған ағайым да бар. Имен генә әйләнеп ҡайтһындар. 

Эльмира КЕЙЕКҠУЖИНА.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас