+24 °С
Ямғыр


Бөгөн халыҡ ижады үҙәгендә ҡорама ҡорау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Уны "Хазина" халыҡ кәсептәре клубы етәксеһе Рәзинә Ҡотлоғужина ойоштороп алып барҙы. Сарала район оҫталары һәм мәҙәни ойоштороусылар ҡатнашты. "Хазина" халыҡ кәсептәре клубы Рәзинә Ҡотлоғужина ҡорама ҡорау менән шөғөлләнеүҙең өҫтөнлөктәре тураһында һөйләп ишеттерҙе. Пэчворк өсөн сығарылған күп төрлө схемалар менән таныштырҙы. Ниндәй стиль, техника ҡулланылыуы хаҡында бәйән итте. Ҡорама ҡорғанда ҡулланылған туҡымаларға айырым туҡтап үтте. Шулай уҡ "Хазина" клубында шөғөлләнеүселәрҙең ҡайһы бер эштәре менән таныштырҙы.