16 ноябрь – Бөтә донъя ҡул эштәре көнө. Был көн сигеү, бәйләү һәм тегеү менән булышҡан ҡул эше оҫталары, кәсепселәр һәм халыҡ ижадын һаҡлаусы оҫталар байрам.
Бөтә донъя ЮНЕСКО фонды ҡул эштәрен мәҙәни мираҫҡа тиңләгән. Бындай ҡарар кешелек донъяһына мәғлүм булған күп төрлө һөнәрҙәр ваҡыт уҙыу менән юғалыу факты нигеҙендә ҡабул ителгән. Ер йөҙөндә 200-ҙән ашыу һөнәр юҡҡа сыҡҡан.
Беҙҙең Баймаҡта ла ҡул эштәре оҫталары бик күп. Уларҙы һәр ваҡыт гәзит биттәрендә, гәзитебеҙҙең төркөмөнә ҡуйып барабыҙ.
Темәс ауылында ла оҫта ҡулдар түңәрәге эшләй. Ошо көндәрҙәр Темәс ауыл модель китапханаһында "Сигеү сигә ҡыҙҙар "тип аталған сара уҙғарҙылар. Унда ауылдың оҫта ҡуллы, эшһөйәр ағинәйҙәре һәм уҡыусы ҡыҙҙар ҡатнашты. Ағинәйҙәрҙең ҡул эштәренән бай күргәҙмә ойошторолдо. Гөлшат Йосопова Гөлшат ҡыҙҙарға оҫталыҡ дәресе күрһәтте.