Баймаҡ районынан бер төркөм йыраусылар Туймазы ҡалаһында "Оҙон көй" бәйгеһендә һынау тотто. Унда райондан беренсе тапҡыр Мөслимә Ильтинина, Фирүзә Искужина, Зифа Аралбаева, Нәжип Ҡашҡаров, шулай уҡ билдәле йыраусы Фәннүр Аралбаев та көс һынашты. Барып ер-һыу күреп, башҡа райондың оҙон йырға мөкибән китеүселәре менән танышып, аралашып, мәртәбәле баһалама ағзаларының һығымталары менән танышып ҡайттыҡ. Юлай Ғәйнетдинов үткәргән асыҡ дәрес һәр ҡатнашыусыға фәһемле булғандыр.
Был бәйгелә балаларҙыңда ҡатнашыуы һоҡландырҙы. Тимәк йырҙың киләсәге бар. "Ауаз", "Аяз" төркөмдәренең сығышы һәр кемгә бик хуш килде.
"Оҙон бәйге"лә Фәнүр Аралбаев беренсе урынды яуланы һәм аҡсалата премияға лайыҡ булды. Ә инде оло сәхнәлә тәү тапҡыр професиональ йырсылар менән һынау тотоусы бәйгеселәребеҙ төрлө номинацияларға лайыҡ булды. Алда әле оло бәйгеләрҙә ҡатнашып урындар яуларға яҙһын.
Миңнур Һунаршина,
Иҫке Сибай ауылы мәҙәниәт йорто мөдире.