

10-11 ноябрҙә Туймазы ҡалаһында "Оҙон көй" халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы үтте. Унда беҙҙең райондаштарыбыҙ ҙа үҙ һәләтен һынап ҡараны һәм... еңеүҙәр яулап ҡайтты.
Быйыл "Оҙон көй" конкурсы респулика райондарынан, күрше Татарстан республикаһынан, Силәбе өлкәһенән 60-лап йырсыны үҙендә йыйҙы.
Райондаштарыбыҙ юғары баһаларға лайыҡ булып ҡайтыуы һөйөндөрҙө. Фәннүр Аралбаев 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды. "Оҙон көйҙө башҡарыу традицияһын һаҡлағаны һәм популярлаштырғаны өсөн" дипломы менән Зифа Аралбаева һәм Фирүзә Исҡужина алды. Ҡатнашыусы дипломы менән Мөслимә Илтинина менән Нәжип Ҡашҡаров бүләкләнде. Муслима и Кашкаров Нажип.
Барлыҡ конкурсанттарҙы лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә тағы ла бейегерәк үрҙәр яуларға яҙһын.
Афарин!
Эльмира Кейекҡужина.
Фотомығанаҡ: https://vk.com/album-93627050_288067500