Буранбай ауыл китапханаһында "Йолаларыбыҙ - милли сәнғәт нигеҙе" проект сиктәрендә балалар менән "Тере һыу тылсымы - ғүмер ырымы" исемле бик матур сара үтте.
Беҙҙең ата-бабаларҙан, борондан килә һыуға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә әйтелә. Һыу - йәшәү сығанағы, тиҙәр. Һыу булмаһа тереклек тә булмаҫ ине. Мәҫәлән, ябай ғына бер стакан һыу кешене дауалау көсөнә эйә. Һәр иртән бер стакан һалҡын һыу эсергә кәңәш итәләр. Үҙеңә һаулыҡ теләп, исемеңде әйтеп, "бисмиллаһир-рәхмәниррәхим" тип аяғүрә тороп баҫып эсергә кәрәк. Тик яҡшы теләк теләйһең, һәр ағзаңа һаулыҡ юрайһың. Һыу һинең теләкте ишетә, ул тере, шуның өсөн дә йыуынғанда ла, эскәндә лә, уйланғанда ла ләззәт килтерә. Әҙәмдең ише - һыу. Ҡәҙер итһәң генә ул һине тыңлай, шифа ебәрә, донъяңды гөл итә.
Был сара балаларға бик оҡшаны. Һыу тураһында йомаҡтар систек, әкиәт тыңланыҡ. Балалар үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Зәкиә Ғәйетбаева,
Буранбай ауылы китапханасыһы.