Мәҙәниәт
5 Ноябрь 2022, 13:45

Әлләсе? Әлләсе!

- Бөгөнгө байрамға арналған сара булдымы?- "Әлләсе"- Ә нимә үтте?- "Әлләсе"!- Мин һине аңламайымсы!?- "Әлләсе" исемле уйын үтте бит, шуны әйтәм "Әлләсе" тип!Эйе,эйе, "Сәнғәт төнө-2022" акцияһы сиктәрендә ауыл йәштәре өсөн "Әлләсе" уйыны үтте... Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

- Бөгөнгө байрамға арналған сара булдымы?
- "Әлләсе"
- Ә нимә үтте?
- "Әлләсе"!
- Мин һине аңламайымсы!?
- "Әлләсе" исемле уйын үтте бит, шуны әйтәм "Әлләсе" тип!
Эйе, эйе! "Сәнғәт төнө-2022" акцияһы сиктәрендә ауыл йәштәре өсөн "Әлләсе" уйыны үтте. Командалар алдында Башҡортостан картаһы һалынды. Һорауҙарға яуап таба-таба улар республикабыҙ картаһы буйлап үтте.
Төп шарт - бер минут эсендә ҡағыҙ битендә яҙылған һүҙҙең мәғәнәһен үҙ командаңа аңлатыу. Тәү ҡарамаҡҡа ябай күренһә лә, уйынсыларға төрлө һынауҙар аша үтәргә тура килде. Сөнки  уларға һүҙҙең мәғәнәһен аңлатҡанда йырлаоға ла, иларға ла, бейергә лә, көлөргә лә, хатта һөйләшмәҫкә лә тура килде.

Уйында ниндәй команда еңеү яуланы тип уйлайһығыҙ? Әлләсе...

Әлиә Дауытбаева,

ауыл китапханасыһы.

Әлләсе? Әлләсе!
Әлләсе? Әлләсе!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас