Мәҙәниәт
29 Октябрь 2022, 05:42

Урал батыр эҙҙәренән

Халыҡ ижады үҙәгендә балалар өсөн бик матур уйын үтте. Ул «Урал батыр эҙҙәренән» тип аталды. Унда Икенсе Этҡол һәм ҡаланың 2-се мәктәбенән килгән уҡыусылар 4 командаға бүленеп ярышты. 

Урал батыр эҙҙәренәнУрал батыр эҙҙәренән
Урал батыр эҙҙәренән

Халыҡ ижады үҙәгендә балалар өсөн бик матур уйын үтте. Ул «Урал батыр эҙҙәренән» тип аталды. Унда Икенсе Этҡол һәм ҡаланың 2-се мәктәбенән килгән уҡыусылар 4 командаға бүленеп ярышты. 

Уйынға килгән балалар өсөн туҡталыштар рәүешендә төрлө һынауҙар әҙерләп ҡуйылған ине. Һәр туҡталышта улар Урал Батыр аманатын табыу өсөн үҙҙәренә әҙерләнгән һынауҙарҙы лайыҡлы үтергә тырышты. 

Шүлгән, Аҡбуҙат, Һомай, Аҡ һаҡаллы ҡарт, Ҡатил батша ҡыҙы уҡыусыларҙы мәргәнлектә, ҡыйыулыҡта һананы, халҡыбыҙҙың мәшһүр эпосы "Урал Батыр" буйынса тупланған белемдәрен тикшерҙе.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Урал Батыр аманатын тапҡан «Башҡорттар» командаһы еңеп сыҡты. 

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-93627050_8537 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас